Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2025, 14:50

“Изге подписка” изгелек өләшә

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов “Изге подписка” хәйриә акцияһына ҡушылып, эстафетаны үҙенең урынбаҫарҙарына тапшырҙы.

“Изге подписка” изгелек өләшә
“Изге подписка” изгелек өләшә

 

Бөгөн район хакимиәтендәге оператив кәңәшмәнән һуң район гәзиттәренә яҙылыу ойошторолдо.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы “Изге подписка” хәйриә акцияһына ҡушылып, “Аскинская новь” гәзитен Асҡындан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир әсәһенә бүләк итте. “Район гәзите хөрмәтле әсәгә файҙалы мәғлүмәт менән бергә шатлыҡлы ваҡиғалар тураһында ла хәбәр еткерһен”, — тине ул.

Динис Рәдис улы хәйриә эстафетаһын үҙенең урынбаҫарҙарына тапшырҙы.

Һәр изге башланғысты күтәреп алыусы әүҙем етәксегә  яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  3 декабрҙән 13-өнә тиклем 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк уҙа. Был — район гәзиттәрен үҙегеҙгә яҙҙырып, яҡындарығыҙға, мохтаждарға бүләк итеп ҡуйыу өсөн яҡшы мөмкинлек!

Илһөйәр Махатова.

 

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас