Борхан Мәснәүи улы тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, йәшәү дәртен юғалтмаған. Ул ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе ҡыуанып ҡаршы алды, уларға Йылға училищеһында уҡыған, танк ғәскәрендә хеҙмәт иткән һәм Өфөлә эшләгән йылдары тураһында һөйләне.
Шулай уҡ Бөрө-Дүртөйлө маршруты буйынса катерҙа йөрөп булған саҡтарҙы, Бөрө пристанында “Гриф” теплоходында рулевой-моторсы булып эшләгәндәрен иҫкә алды.
Ирекмәндәр Борхан Мәснәүи улын ҡыҙыҡһынып тыңлағандан һуң, уға өй эштәрендә лә булышты: тәҙрәләрен, иҙәнде йыуҙы, туҙан һөрттө. Рәхмәт йөҙөнән ветеран уларға йылы һүҙҙәр әйтте һәм еләк-емеш менән һыйланы.
Ирекмәндәрҙең был эше оло быуын тураһында хәстәрлек күреүҙе аңлата, сөнки бәләкәй генә изгелек тә тылсым тыуҙырырға һәләтле.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.