Ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә спектаклде зал тултырып килгән тамашасылар бик йылы ҡабул итә.
Ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡаралар: Гөләндәм — Зәлфирә Фәтихова, Хәйәт — Алина Зарипова, Хафизулла — Тәфкил Ғайсин, Фәрдиә — Алия Солтанова, килен — Гүзәл Ваһапова, мөнәжәт әйтеүсе — Рәмилә Юнысова.
Рәзифә Ғайфуллина тамашаны музыкаль яҡтан биҙәһә, сәхнәне Ришат Юнысов биҙәй. Режиссер булараҡ Зәлфирә Фәтихова көс һала.
Тормошта һабаҡ булырлыҡ был әҫәрҙе кемдәр уҡымаған, китапхананан алып уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.