Йәнтөйәк
-14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2025, 18:15

Башҡортостан табиптар өсөн өҫтәмә 117 млн һум аҡса алды

  Улар “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры”  программаларын тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ.

Башҡортостан табиптар өсөн өҫтәмә 117 млн һум аҡса алды
Башҡортостан табиптар өсөн өҫтәмә 117 млн һум аҡса алды

  БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә,  был ҡарар Рәсәйҙең финанс министры тарафынан ҡабул ителгән. Беҙҙең төбәк өҫтәмә аҡсаларҙы өсөнсө йыл рәттән ала.  

“Сөнки республика бүленгән аҡсаларҙы тәүгеләрҙән булып үҙләштерә. Был иһә  тағы ла 94 табип һәм 28 урта звено медицина хеҙмәткәре декабрҙа уҡ 500 мең һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем түләүгә иҫәп тота ала тигән һүҙ”, – тип аңлатты министр.

 Йыл башынан алып республикала 129 белгес  дөйөм алғанда 144,5  млн һумлыҡ ярҙам алған.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас