Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь , 18:25

Афарин, Азат!

Бөгөн, 3 декабрь,  календарҙа Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнгән. Был көн мөмкинлектәре сикләнгән, әммә алсаҡ, ихлас күңелле, изгелекле һәм көслө ихтыярлы кешеләр кеүек үк үҙенсәлекле дата. Был көндө,  ғәҙәттә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙенең һәләттәрен үҫтергән кешеләр тураһында бәйән итәбеҙ. Шундай алсаҡ, һәләтле райондаштарыбыҙҙың береһе —  Ҡашҡа ауылынан Азат Әхмәҙишин. Ошо көндәрҙә ул Тәтешлелә үткән төбәк-ара бәйгелә 1-се урын яуланы.  

Афарин, Азат!
Афарин, Азат!

"Бөтәһе өсөн дә асыҡ" Бөтә Рәсәй аҙналығы сиктәрендә Тәтешле  район Мәҙәниәт һарайында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн "Бөтәһе өсөн ҡояш» ижад фестивале үтте.

 Был сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Унда  республикабыҙҙың — Тәтешле, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Дыуан һәм Пермь крайының —  Барҙа, шулай уҡ Удмурт Республикаһының Шаркан райондарынан барыһы 50 бәйгесе ҡатнаша. Беренсе турҙа улар араһынан иң-иңдәре һайлап алына һәм улар гала-концертта сығыш яһай.

Еңеүселәр вокал, хореография, нәфис һүҙ һәм оригиналь  жанр номинациялары буйынса билдәләнә.

Асҡын районынан был фестивалдә Ҡашҡа урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Азат Әхмәҙишин уҡытыусыһы Фатима Фазлетдинова етәкселегендә ҡатнаша.

“Азатты бәләкәйҙән атаһы Айҙар бейергә өйрәтте. Айҙар иһә мәктәптә уҡығанда  Наил Хәйруллин етәкселегендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, бейергә өйрәнә. Артабан төрлө сараларҙа һәр саҡ сығыш яһай торғайны.

Азат 7-се класта уҡығанда уны районыбыҙҙа үткән “Өмөт фәрештәләре” тигән төбәк-ара конкурсҡа алып килгәйнем. Ул саҡта татар бейеүен башҡарып, 2-се урын яулағайны. Киләһе йыл да ошо уҡ конкурста тағы ла 2-се урынға эйә булды. 9-сы класта уҡығанда иһә Өфөгә “Таланттар балҡышы” тигән бәйгегә алып барҙым. Унда ул Гала-концертҡа үтте, республика күләмендә 3-сө урынға сыҡты. Шул уҡ йылды Тәтешлелелә  үткән "Бөтәһе өсөн ҡояш” конкурсында 1-се урынға лайыҡ булды. Бына  быйыл да үҙ йәш категорияһында Азат беренселекте бирмәне. Ул башҡарған мари бейеүен тамашасылар бик яратты.

Бейеүҙән башҡа  Айҙар  шашка уйнарға өйрәнде. Район конкурсында 3-сө урын яулағайны. Сәләмәтлек мөмкинлектәре  сикле булғанлыҡтан Айҙар өйҙә уҡый.  Ауылда үткән сараларҙа ихлас ҡатнаша. Район һәм республика кимәлендәге сараларға ла йөрөтөргә тырышам, сөнки тамашасылар алдында сығыш яһау, сәхнәлә баҫып тороу үҙе үк тәрбиә һәм үҙенә ышаныс өҫтәй. Әгәр ҙә инде еңеү яулаһа, был артабанғы уңыштарға стимул булып тора”, — тип һөйләне Фатима Фазлетдинова.

"Бөтәһе өсөн ҡояш”  конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы фестивалдең сағыу финалы була. Гала-концертта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.

Ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов ихлас сәләмләй. Фәнүр Рәфис улы  был иҫ киткес  ваҡиғаға  үҙ өлөшөн кереткәндәрҙең барыһына ла: һәләтле ҡатнашыусыларға, уларҙың  ата-әсәләренә, шулай уҡ бағыусыларға һәм ойоштороусыларға ихлас рәхмәт белдерә.

Тәтешле районындағы  Балалар  һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау  филиалы мөдире Зилә Хужина ла барыһын да сәләмләй. Зилә Фларид ҡыҙы мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, уларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыуҙың ни тиклем мөһим булыуын билдәләй сығышында.

“Бөтәһе өсөн ҡояш” фестивале – ул ижадты берләштергән, шатлыҡ бүләк иткән һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырған урын.Тамашасылар һәр бәйгесене алҡышлап ҡаршы  алды,  сөнки һәр ҡатнашыусы үҙенең яҡтылығын һәм йылыһын биргән бәләкәй ҡояшҡа тиң ине”, — ти ойоштороусылар.

Наилә Имаева.

 

Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас