Ватан һаҡсылары көнөндә, 9 декабрҙә «Ватанға хеҙмәт итәм» форумы асыла. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға аралашыу өсөн һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ.
Был сара тураһында социаль селтәрҙә БР Башлығы ярҙамсыһы, МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов хәбәр иткән.
Форумда туғыҙ мәғариф майҙансығы ойошторола, балалар һәм үҫмерҙәр менән осрашыу күҙаллана, шулай уҡ БР Башлығы Радий Хәбировҡа һорау биреү мөмкинлеге лә буласаҡ.
Әйткәндәй, МХО ветерандары ассоциацияһында мең ярымдан ашыу ағза бар. Улар республиканың төрлө төбәгенән.
Фото: ТГ-канал Оскара Ситдикова.