Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь , 12:35

Дошман утҡа тотҡанда юғалып ҡалмаған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  ефрейтор Руслан Дәүләтшин алғы позицияларға яғыулыҡ ташыу менән шөғөлләнә. 

Дошман утҡа тотҡанда юғалып ҡалмаған
Дошман утҡа тотҡанда юғалып ҡалмаған

Салауат ҡалаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  ефрейтор Руслан Дәүләтшин алғы позицияларға яғыулыҡ ташыу менән шөғөлләнә. Михайловка тораҡ пункты районында задание үтәгәндә колонна артиллерия утына  тотола. Ғүмеренә туранан-тура хәүеф янауына ҡарамаҫтан, Дәүләтшин шәхси составты зыян күргән техниканан эвакуациялауҙы ойоштора. Уның фиҙакәрлеге һәм тәүәккәл итеүе арҡаһында күп яугирҙарҙың ғүмере һаҡланып ҡала. Алға ҡуйылған бурыс тулыһынса үтәлә: подразделениелар кәрәкле яғыулыҡ ресурстарын ала. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ефрейтор Руслан Дәүләтшин дәүләт наградаһына  - Жуков миҙалына лайыҡ була.

Фото: commons.wikimedia.org

Автор:
Читайте нас