«Республиканың тағы бер мөһим еңеүе. Быйыл Рәсәйҙең иң яҡшы вожатыйы – Бөрө районының «Урман әкиәте» балалар ял базаһы начальнигы Сергей Ширяев. Һөнәри оҫталыҡ конкурсын Рәсәйҙең Вожатыйҙар лигаһы, илдең Мәғариф министрлығы һәм «Росдетцентр» ойоштора. Сергей төрлө лагерҙарҙа, шул иҫәптән «Толпар» туберкулезға ҡаршы шифаханаһында балалар менән эшләп өлгөргән, Белгород өлкәһенән һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән кескәй ҡунаҡтарҙың ялын ойошторған, бер нисә йыл буласаҡ вожатыйҙар өсөн уҡыу курстары үткәргән», — тип һөйләне Радий Хәбиров еңеүсе хаҡында.
Сергей Ширяевтан тыш, финалда тағы ике яҡташыбыҙ уңышҡа иреште, тип билдәләне республика етәксеһе. Өфөнән Линар Ҡадиров ваҡытлыса балалар коллективының иң яҡшы вожатыйы булһа, Салауаттан Виктория Андреева Беренселәр хәрәкәтенән махсус приз һәм «Океан» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә стажировка үтергә саҡырыу алды.
«Йәштәрҙе уңыштары менән ҡотлайым. Һеҙ ысынлап та мөһим эш башҡараһығыҙ. Балалар менән эшләү бик яуаплы, еңел түгел, ул күп белем һәм көс талап итә. Эшегеҙ өсөн рәхмәт», — тине ул еңеүселәргә.