Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
29 Ноябрь 2025, 08:55

Радий Хәбиров төбәк халҡын Әсә көнө менән ҡотланы

Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Әсә көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Радий Хәбиров төбәк халҡын  Әсә көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров төбәк халҡын  Әсә көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров төбәк халҡын Әсә көнө менән ҡотланы

Төбәк етәксеһе күп балалы ғаиләләргә Һәм әсәләргә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ҡәҙерле әсәләр!

Республикабыҙ ишле ғаиләләргә бай. Биш йылда ошондай ғаиләләр һаны 14 меңгә тиерлек артып, 73 меңгә етте. Беҙҙә һәр өсөнсө бала ишле ғаиләлә тыуа. Бөгөн ошонда ултырған 11 ғаиләнең туғыҙы – ишле, уларҙа 69 бала тәрбиәләнә.

Республикабыҙҙа – 10 герой-әсә. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. 10 бала тәрбиәләгән Рәүилә Хәтип ҡыҙы Тәминдәрова һәм быйыл 11-се балаһы тыуған Фаягөл Фаил ҡыҙы Абдуллина бөгөн беҙҙең менән.

Ишле ғаилә – барыбыҙ өсөн дә өлгө. Уларға һәр яҡлап ярҙам итеү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. Президентыбыҙ әйткәнсә: “Был беҙҙең махсус стратегик өҫтөнлөгөбөҙ. Рәсәй халҡының киләсәген хәл иткән мәсьәлә”.

Республикала бәхетле әсәлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар һәм поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Яңы түңәрәктәр һәм секциялар асабыҙ, байрамдар үткәрәбеҙ, йәйге ялды ойошторабыҙ.

Мин уҙған төндә генә Мәскәүҙән ҡайттым. Кисә унда Милли спорт премияһын тапшырҙылар. Беҙҙең Башҡортостанды илдең иң яҡшы спорт төбәге тип танынылар. Ә уға тиклем беҙ үҙенсәлекле балалар, инвалидлығы булған кешеләр өсөн асыҡ төбәк булараҡ өсөнсө урынды яулағайныҡ.

Быйыл беҙ Ишле ғаилә көнөн булдырҙыҡ – ул 21 декабрҙә билдәләнә. Балалы ғаиләләр өсөн беҙҙә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Уларҙан 190 мең самаһы ғаилә файҙалана. Был маҡсатҡа байтаҡ аҡса бүленә.

Әсәлекте һөнәр, карьера, эшҡыуарлыҡ менән берләштергән уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәтеү өсөн киң мәғлүмәт сараларында уларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән махсус медиапроектты тормошҡа ашырабыҙ. Бала тәрбиәләүҙә ярҙам итеү өсөн “Башҡортостандың ғаилә порталы” эшләй. Унда балалы ғаиләләр өсөн бөтә ойошмалар һәм уларҙың хеҙмәттәре тураһында мөһим мәғлүмәт тупланған, балаға тәрбиә биреү, ярҙам саралары хаҡында мәҡәләләр баҫыла.

Былтыр махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары өсөн “СВОя семейная гостиная” проектын ғәмәлгә индергәйнек. Күптән түгел МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн “СВОй бизнес” проектын башланыҡ. Яугирҙәребеҙҙең әсәләренә һәм ҡатындарына эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өр-яңы күнекмәләрҙе үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ.

Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек һәм һәр йәһәттән уңыштар теләйем! Ғаиләгеҙ ныҡлы һәм имен булһын! Йөрәгегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡындарығыҙ һәм тыуған еребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылһын. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле әсәләр! Байрам менән!” – тине Радий Хәбиров әсәләр алдындағы сығышында.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-28/radiy-h-birov-t-b-k-hal-yn-ti-n-t-s-k-s-l-r-k-n-men-n-otlany-4486365

Радий Хәбиров төбәк халҡын  Әсә көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров төбәк халҡын Әсә көнө менән ҡотланы
Автор:
Читайте нас