Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Ноябрь 2025, 06:35

Оло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәй

Мишкә районы Сосновка ауылынан Надя Сабирова 90 йәшен билдәләне.

Оло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәйОло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәй
Оло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәй

Һәр кемдең үҙ тормошо  һәм уны нисек үтергә һәр кем үҙе ҡарай. Ләкин оло быуын кешеләренең, хәҙер беҙ уларҙы һуғыш балалары тибеҙ, һайлау юлы булмаған — улар ауыр мәктәп тормошо үткән. Үҫмер саҡтан ҡыҙҙар һәм малайҙар ил мәнфәғәтенә эшләгән, ныҡлап аяҡҡа баҫып, лайыҡлы балалар үҫтергән. Сосновка ауылынан Надя Сабированың да яҙмышы быға асыҡ дәлил.

Надя Шаһи ҡыҙы 1935 йылдың 13 ноябрендә тыуған. Үҙенә башҡа бер йылылыҡ һәм моңһоулыҡ менән ата-әсәһен иҫкә ала ул.

— Атайымдың ғаиләһендә туғыҙ ул һәм ике ҡыҙ үҫкән, Бахтыбай ауылында йәшәгәндәр. Хужалыҡтары ҙур булған, һыйырҙар, аттар ҡарағандар. 1933-1934 йылда ғаиләне кулак тип, бөтә нәмәләрен тартып алып, Белорет яғына алып китәләр. Бер улдары — Шаһи юлда ҡаса. Ул ҡайҙа ҡасып була, шунда йәшенә —ауылдарҙа мунсаларҙа, һарайҙарҙа йәшәй. Сосновка ауылында буласаҡ тормош иптәше Әминә менән таныша. Бергә йәшәй башлайҙар, ләкин атайым йорттан бер ҡайҙа ла китмәгән, мал ҡарай, хужалыҡта эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә биш йәш була. Бер күршеләре власть органдарына әсәйемдең ҡулаҡ малайы менән йәшәгәнен еткерә. Уны алырға килер алдынан атайым мине һәм Ваня ҡустымды итәгенә алып, ҡыҫып ҡосаҡлай. Беҙ тәҙрә төбөнән ул күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙоҡ. Башҡаса атайымды күрмәнек, — тип күҙ йәштәре менән һөйләй Надя Шаһи ҡыҙы.

— Әсәйем олатайымды һәр саҡ иҫкә алды. Беҙ уның ҡәберен эҙләп таптыҡ. Ул алғы һыҙыҡта штрафбат составында һуғыша, 1943 йылдың 12 авгусында Смоленск янында һәләк була, — тип һөйләй уның улы Вячеслав Александрович.

— Әсәйем колхозда һауынсы булып эшләй, төрлө эш башҡара. Ул һыйырҙы һаҡлап ҡалырға тырышты, ауыр йылдарҙа ул беҙҙе аслыҡтан алып ҡалды ла инде. Ирҙәр фронтҡа китте, бар эш ҡатын-ҡыҙҙар иңенә ятты. Алты йәшемдә мин мәктәпкә барҙым, ләкин 3-сө кластан һуң уҡыуҙы ташларға тура килде. Иҫемдә, Еңеү көнөндә бөтәһе лә шатлана, илай. Ләкин атайыбыҙҙың ҡайтмауы беҙгә ҡыуаныс килтермәне, — тип дауам итә Надя Шаһи ҡыҙы.

12 йәштән колхозда эшләй башлай, һыйырҙар һауа. 20 йәшендә райондың  алдынғы һауынсыһы була, шуға уны депутат итеп тә һайлайҙар.

Армиянан ҡайтҡан сибәр егет Александр Сабиров менән танышалар, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1963 йылда ғаилә ҡороп, 2018 йылға тиклем дуҫ-татыу ғүмер итәләр. Оло Сухояз ауылында  55 йыл йәшәү дәүерендә үҙҙәренең биш, ҡарауға алған бер ҡыҙ баланы тәрбиәләп үҫтерәләр. Лида, Сергей, Рәйсә, Вячеслав, Владислав һәм Павел эшһөйәр һәм тырыш булып үҫә. Надя Сабирова алдынғы һауынсы була, ә тормош иптәше комбайнсы, ферма мөдире вазифаһын башҡара.  Ҙур йорт төҙөп сығалар. Баҡса, мал, ҙур хужалыҡ — барыһы ла ауылдағыса бара. Балаларын да лайыҡлы үҫтерәләр. Хәҙер инде дүрт ейәне һәм һигеҙ ейәнсәре үҙ аллы тормош көтә. Сабировтар нәҫелен биш бүлә һәм ете бүләсәр дауам итә.

Надя Сабированың фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, хеҙмәт ветераны “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.  

Үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәндә Надя Шаһи ҡыҙы район ветерандар советынан рәхмәт хаты алды. Күп балалы әсә, бәхетле өләсәй, хөрмәтле хеҙмәт ветераны Надя Шаһи ҡыҙының ғорурланырлыҡ нәмәләре күп. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө һәм 100 йәшен дә яҡындары эргәһендә шатланып ҡаршы алыуын теләйбеҙ.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Оло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәй
Оло хөрмәткә лайыҡ әсәй һәм өләсәй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас