

Ире Илгиз Марат улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр: ҙуры Камилла – 4-се, уртансыһы Әминә 3-сө класта уҡый, бәләкәйе Саида балалар баҡсаһына йөрөй, киләһе йыл мәктәпкә барырға йыйына. Ҡыҙҙар бейеү, музыка менән шөғөлләнә.
Рәсилә Ғәлимхан ҡыҙының әлеге ваҡытта күңелен һалған мауығыуы бар – ул интернетта әсәлек тураһында блог алып бара. Бының өсөн аҙмы-күпме тәжрибә тупланған, күңелендә ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙҙәре лә етерлек.
Хәбибуллиндар ғаиләһендә тәрбиә эше балаларға берҙәмлек тойғоһо һалыуға нигеҙләнә. Ниндәйҙер көндәлек мәшәҡәттәрҙе бергәләп атҡарыу, тиһеңме, көн һайын күмәкләп саф һауала йөрөүмө, ҡышын санала, конькиҙа шыуыумы – былар барыһы ла ғаиләне бер бөтөн итә, нығыта, татыулыҡты арттыра.
– Балаларыбыҙ өсөн иң беренсе үҙебеҙ үрнәк булырға, күңелдәренә ғаилә ҡиммәттәрен һеңдерергә тырышабыҙ, – ти Рәсилә Ғәлимхан ҡыҙы. – Беҙ, атай-әсәй, ҡыҙҙарыбыҙға һәр саҡ терәк, улар – тормошобоҙҙоң йәме.
Берҙәм, татыу ғаиләгә бәхеттәренең гел ошолай түңәрәк булыуын теләйбеҙ.
Рәүилә Ғатауллина.
Фотолар – ғаилә архивынан.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-27/y-aryby-tormoshobo-y-me-4484061