Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Ноябрь 2025, 15:10

"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда бәйгеселәр презентацияларын яҡланы, ауылдарҙа үткәрелгән саралар тураһында видеороликтар тәҡдим итте,  башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды

"Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең ауылдар сәләмәт тормошҡа ынтылышта берҙәмлеген күрһәтте. Конкурс барышында ауыл халҡын айыҡлыҡҡа, әүҙемлеккә өндәү, районда тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик ҙур эш башҡарылды", - тип билдәләне жюри ағзалары.

Конкурс һөҙөмтәләрен шишәмбе көндө район хакимиәте башлығы үткәргән кәңәшмәлә иғлан итеп, еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләйәсәктәр.

Асҡын районы халҡы насар күренештәргә юл ҡуймаҫҡа, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға һәм ауыл халҡы менән сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға тигән теләктә һәм өмөттә ҡала.

 

"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас