Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Ноябрь 2025, 15:45

900 майҙан әҙер!

Башҡортостанда Географик диктант яҙырға йыйыналар. 30 ноябрҙә был сара 11-се тапҡыр үтәсәк.

900 майҙан әҙер!900 майҙан әҙер!
900 майҙан әҙер!

Диктант яҙыу акцияһының маҡсаты аңлашыла – география буйынса белемде нығытыу, фәнгә һәм милли мираҫҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Быйылғы тематика мөһим ваҡиғалар, дата һәм юбилейҙарға бәйле: Рус география йәмғиәтенең – 180, Бөйөк Еңеүҙең – 80, Төнъяҡ диңгеҙ юлы үҙләштерелеүенең 500 йыллығы.

Диктант ике өлөштән тора. Беренсеһендә Рәсәй географияһы буйынса 10 һорау. Икенсеһендә логик фекерләүгә, тәрән белемгә таянырға тура килер – 30 һорау бар.

Баш ҡалала диктанттың төп майҙансыҡтарының береһе – М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Шулай уҡ һәр төбәктә майҙансыҡтар булдырылған (dictant.rgo.ru сайтының «География диктанта» бүлегенән эҙләгеҙ).

Онлайн яҙырға уйлаһағыҙ, 30 ноябрҙән 14 декабргә тиклем мөмкин (dictant.rgo.ru). Бөгөнгә республикала 900-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙер.

Автор:
Читайте нас