Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Ноябрь 2025, 16:00

Ни өсөн һәр саҡ ҡайһылыр еребеҙ ауырта?

Юҡҡа ғына һәр ваҡыт ниндәйҙер ауыртыу тоймайбыҙ икән. Психологтар әйтеүенсә, ул беҙҙең психиканың торошона бәйле. 

Ни өсөн һәр саҡ ҡайһылыр еребеҙ ауырта?Ни өсөн һәр саҡ ҡайһылыр еребеҙ ауырта?
Ни өсөн һәр саҡ ҡайһылыр еребеҙ ауырта?

    1.Баш ауыртыу. Һәр ваҡыт көсөргәнеш һәм стресс кисерәгеҙ икән, баш ауыртыуына ғәжәпләнергә кәрәкмәй. Бынан ҡотолоуҙың иң яҡшы ысулы – йога йәки медитация кеүек организмды ял иттереүсе күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү кәрәк. Доктор Кристиан Петерсон хис-тойғолар гармонияһын контролдә тоторға кәңәш итә һәм баш ауыртыуы үҙенән-үҙе үтер.

  1. Елкә. Үҙен нимә өсөндөр ғәфү итә алмаған кеше елкә тирәһендә ауыртыуға зарлана. Ашығыс рәүештә выждан ғазабынан һәм үҙ-үҙеңде ғәйепләүҙән ҡотолорға кәрәк. Донъяны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Табип-хиропрактик – кинезиолог лори Д Аскензо үҙеңде һәм тирә-яҡтағыларҙы ғәфү итергә кәңәш итә, был һеҙҙең файҙаға ғына булыр, ти ул.
  2. Яурын. Хиропрактик Рос Китсон әйтеүенсә, был зонаға кешене ғүмер буйы оҙатып барыусы бөтә яуаплылыҡ һәм хәстәр төшә. Унан ҡотолоу өсөн  бөтә йөктө үҙең генә тартыуҙан туҡтап, яҡындарың менән бүлешергә кәңәш ителә.
  3. Арҡаның өҫкө өлөшө. Был зона һөйөү өсөн яуап бирә. Белгестәр, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе, энергиялар менән алмашыу процесын яйға һалыуҙы өйрәнергә кәңәш итә. Кешегә һөйөү өләшә белеү генә етмәй, уны алыу ҙа мөһим.

    5.Бил. Арҡаның аҫҡы өлөшө   финанс эштәре өсөн яуап бирә. Тимәк, матди хәлең менән ҡәнәғәт булмаһаң, билең ауыртыуға аптырама. Доктор Марк В. Тонг, аҡса көнөн дә,  төнөн  дә тынғы бирмәһә, был сәләмәтлек менән етди проблемаға килтереүе бар, тип иҫкәртә. Тимәк, аҡсала ғына бәхет түгеллеген аңларға һәм быға тынысыраҡ ҡарарға өйрәнергә ваҡыт.

  1. Терһәк. Алан Фогел «Психология бөгөн» тигән журналда, терһәк һинең тышҡы донъя менән ни тиклем ҡаты булыуыңды күрһәтә, тип раҫлай. Изге күңеллерәк бул һәм ҡулыңдың был өлөшө борсоуҙан туҡтар, ти ул.
  2. Ҡулдар. Тышҡы донъя менән бөй бәйләнеш ҡул аша үтә. Лори Д. Аскензо әйтеүенсә, кеше менән аралашыу етмәүҙән йә артыҡ күп булыуҙан ауыртыуы ихтимал. Бар нәмәлә сама булырға тейеш – ошо хаҡта оноторға ярамай.
  3. Янбаш. Хиропрактик Барбара Кларк әйтеүенсә, был ағза алға хәрәкәт итеү өсөн яуап бирә. Үҙәгерштәрҙән ҡурҡмағыҙ, алда көткән ваҡиғаларға тура ҡарарға өйрәнегеҙ һәм янбашығыҙ башҡа һеҙҙе борсомаҫ. Һәр яңылыҡҡа асыҡ һәм әҙер булыу – физик һәм психик сәләмәтлек ныҡлығының нигеҙе. 
  4. Тубыҡ. Тубыҡтар үҙбаһа менән бәйле проблемаларҙы сағылдыра. Әгәр ҙә кеше үҙен урынһыҙ кәметә йә күтәрә икән, тубыҡтар менән күңелһеҙлектәрҙән ҡотола алмаҫ. Традицион булмаған көнсығыш медицинаһы буйынса белгес Лоренс Мичел үҙеңә юмор менән ҡарарға һәм яратырға тәҡдим итә.
  5. Балтыр мускулы. Үпкәләү һәм көнләшеү тап ошо урынға йыйыла. Доктор Лаура Перри бындай кире хис-тойғоларҙан көйәләнмәҫкә һәм тыныс күңел менән йәшәргә кәңәш итә. Был осраҡта балтырҙарығыҙ ҙа һынатмаҫ.
  6. Шайтан ашыҡ. Тәндең был өлөшөндәге ауыртыу ял итә һәм мәлдең ҡәҙерен белмәүҙе аңлата. Үҙ-үҙеңде танып белеү буйынса бик күп китап авторы Джули Дуглас, үҙеңде лайыҡлы наградаларҙан мәхрүм итмәҫкә һәм мөмкин тиклем тормоштан йәм табып,  ҡыуанып йәшәргә тәҡдим итә. 
  7. Табан. Ул ауырта икән, мөмкин тиклем проблемаларҙан һәм кире тойғоларҙан арынырға кәрәк. Насар нәмәгә иғтибарығыҙҙы бүлергә тырышмағыҙ. Психолог Адаоби Аниджей һәр бәләкәй генә ҡыуаныслы хәбәрҙе оло итеп ҡабул итә белергә, етди мә!сьәләләргә әҙерәк иғтибар итергә ҡуша.
Автор:
Читайте нас