

Тарих уҡытыусыһы Зилә Исламова әҙерләп үткәргән сара Батырлыҡ дәресенә әйләнә.
Абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе сараға айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Марат Ғилмулла улы Зиннәтов яуҙа ысын дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләй. Уҡыусылар яугирға үҙҙәре яҙған хаттарҙы һәм әҙерләгән бөтеүҙе бүләк итә.
Ошо мәктәпте тамамлап, Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, махсус хәрби оперцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Юлдашев Азат Айрат улы иҫтәлегенә “Герой партаһы”н асыу сараның иң тулҡынландырғыс мәле була.
Уҡыусылар уның тормош юлы, батырлығы һәм наградалары тураһында һөйләй.
Юлдашев Азат менән бергә уҡыған Илнур Солтановтың хәтирәләре һөйләшеүҙе тағы ла тулҡынландырғыс һәм фәһемлерәк итә. Балалар Азат Айрат улының мәктәп йылдарында ниндәй изге күңелле, ярҙамсыл, тоғро дуҫ булыуы тураһында белә.
Бер минут тынлыҡ һәм янып торған шәм батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенең мәңгелек символына әйләнә.
"Герой партаһы" - ул Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү, хәтер, батырлыҡ һәм яуаплылыҡ символы.
Махсус парта артында ултырыу хоҡуғына беренсе булып уҡыу алдынғыһы һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Денис Ғәйбәҙуллин лайыҡ була.
Тантаналы сара бөтә ҡатнашыусыларҙы берләштергән патриотик йыр башҡарыу менән тамамлана.
Был ваҡиға балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр һәм уларҙың артабанғы үҫешенә ҡеүәтле стимул булыр, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-209813254_2254