

Дөрөҫ туҡланыу кешегә көс-ҡеүәт бирә, организм эшмәкәрлеген көйләй, дөрөҫ үҫешкә ярҙам итә. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә берҙәй мөһим ул туҡланыу.
Асҡын 1-се урта мәктәбендә “Сәләмәт туҡланыу аҙнаһы” дөйөм мәктәп аҙналығы сиктәрендә оҫталыҡ дәресе үтә. Сараны технология уҡытыусылары С.В. Куртеева һәм А.Й. Тимерғәлина ойоштора. Улар 5-се класс уҡыусыларына туҡланыуҙың һаулыҡҡа һәм уҡыуға, өлгәшеүгә нисек тәьҫир иткәнен, ҡоро-һары ризыҡтың, татлы газлы һыуҙарҙың ни тиклем зыянлы, йәшелсә-емештең файҙалы икәнен аңлата. Дәрестә балалар туҡлыҡлы салаттарҙың береһе — винегрет эшләргә өйрәнә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бешкән йәшелсәләрҙе матур, тигеҙ итеп турау, аҙыҡ-түлектең составы буйынса бер-береһенә тура килеү серҙәренә төшөнә.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Һылтанма: https://vk.com/wall-203855212_1958
Фотолар Асҡын 1-се мәктәбенең “Бәйләнештә” битенән алынды.