

Бөрөләге "Внедорожник" автоклубы бер юлы ике автомобилде үҙ ҡарамағына ала. Улар ремонтланғас, махсус хәрби операцияға яугирҙарыбыҙға ярҙамға юллана. Дамир Фәләхиев үҙенең шәхси "Нива" автомобилен тапшыра. Ул юлһыҙ ерҙәрҙә йөрөү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Антон Шангин һәр төрлө һынауҙарға әҙер булған ышаныслы “УАЗ” ын тапшыра.
"Внедорожник" автоклубы командаһы автомобилдәрҙе ентекле әҙерләүгә һәм ремонтлауға тотонған да инде. Улар беҙҙең егеттәргә алғы һыҙыҡта мөмкин тиклем һөҙөмтәле хеҙмәт итә алһын өсөн ныҡлап ҡарап, ремонтлайҙар.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-150065392_54806