Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Ноябрь 2025, 16:00

Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттегеҙме?

Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттегеҙме?

Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттегеҙме?Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттегеҙме?
Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләттегеҙме?

  “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләшеү булды. Унда БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова һәм Республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактикалау үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиевалар ҡатнашты.   

 Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакциналау кампанияһы  сентябрҙә үк башланды. Иң беренсе сиратта, балалар, ауырлы ҡатындар, 65 йәште уҙған ололар һәм хроник сирлеләргә прививка эшләнде. 

   — Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн дөйөм халыҡ иҫә- бенең 60 процентынан ашыуы прививка эшләтергә тейеш. Республикала 4 миллиондан ашыу кеше йәшәүен иҫәпкә алғанда, беҙ 2 млн 438 мең кешегә прививка эшләргә тейешбеҙ.  Әлеге көндө республика 1,9 миллиондан ашыу доза прививка алды. Тәүге вакциналарҙы ауырлы ҡатындарға, балаларға һәм мотлаҡ вакциналанырға тейешле айырым категория граждандарға йүнәлттек.  Әлеге көнгә ауырлы ҡатындар 100 процент вакциналанды, шулай уҡ балалар ҙа 98 процент прививкаланды. Әле иһә республикаға өҫтәмә рәүештә 403 мең доза киҙеүгә ҡаршы вакцина бүленде.  Дүшәмбенән улар медицина ойошмаларына таратып биреләсәк. Кемдәр әле киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтмәгән улар 1 декабрға тиклем эшләтә ала. Белеүебеҙсә, киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы – ул вакцина. Күп йыллыҡ тәжрибә шуны күрһәтә, кемдәр киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтә, улар ауырыуҙы еңелерәк үткәрә,  – тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.

 Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова  әйтеүенсә, әле киҙеү менән ауырыусылар һаны артыуға табан бара. Декабрҙә уның тәүге көслө  тулҡыны көтөлә.  Ә икенсе тулҡыны ғинуар-февраль айҙарына тура килә. “Каникул ваҡытында балалар араһында ауырыусылар һаны кәмегәйне, әле арта башланы.  Беҙ 19 мең респираторлы инфекция менән ауырыу осрағын теркәнек, шуның 50 проценты – балалар. Был аҙнала биш класты карантинға яптыҡ. Әлегә эпидемия тураһында һүҙ алып бармайбыҙ, барыһы ла норма сиктәрендә”, – тине ул.

 Республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактикалау үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева әйтеүенсә,  республикала киҙеүгә ҡаршы өс төрлө вакцина бар: «Ультикс квадри», «Совигрипп» и «Флю-М». Улар барыһы ла көтөлгән киҙеү штаммына тура килә.

    — Вакцина эшләткәндән һуң 14 – 21 көн эсендә кеше организмында киҙеүгә ҡаршы тороусы антитәнсәләр барлыҡҡа килә һәм улар 6 – 12 ай һаҡлана. Шуға күрә лә кешегә йылына бер тапҡыр киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә тәҡдим ителә.

Йыш ҡына кешеләрҙән “Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтмәйем, эшләһәң дә ауырыта” тигәнде ишетергә тура килә.  Эйе, прививка эшләтеп тә киҙеү менән ауырырға мөмкин, әммә күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә,  вакцина эшләткән кеше уны күпкә  еңелерәк үткәрә.  Икенсенән, киҙеү вирусының өҙлөгөүҙәргә килтереү хәүефе көслө.   Бындай өҙлөгөүҙәрҙең иң ҡурҡынысы  – пневмония.  Ул бик тиҙ таралып (2  көн эсендә), үлемгә килтереүе лә ихтимал.    Бынан тыш, ул отит, синусит кеүек ауырыуҙарға этәргес бирә, улар үҙ сиратында баш мейеһендә ялҡынһыныу  йәғни менингит  тыуҙырыуы ихтимал. Хәүеф  төркөмөнә хроник сирлеләр  ҙә инә, уларҙың сирҙәре көсәйеп китеүе мөмкин.  

Киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң һыналған һәм һөҙөмтәле ысулы – вакцина эшләтеү.  Кемдәр эшләтеп өлгөрмәгән,  1 декабргә тиклем  ваҡыт бар, йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға   мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тине ул киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтергә кәрәклегенә баҫым яһап.

Фото:Автор фотоһы. 

 

Автор:
Читайте нас