

Быйыл фестивалгә республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан һәм ведомстволарынан 200-гә яҡын дәүләт пабликтары администраторҙары килә. Улар тәжрибәләре менән уртаҡлаша, аралаша.
Ҡашҡа ауыл Советы командаһы ла айырым билдәләнә. Сарала ҡатнашыусы Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдиновҡа “Тамашасы һөйөүе призы”на лайыҡ булғаны өсөн еңеүсе сертификаты тапшырыла.
Ҡашҡа ауыл биләмәһе яңылыҡтары, ундағы ваҡиғалар менән халыҡты социаль селтәрҙәрҙә даими таныштырып барған Ҡашҡа ауыл Советы командаһын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да халыҡ мәнфәғәтенә һөҙөмтәле һәм уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ!