

Ойоштороу комитеты ҡарары менән конкурста ҡатнашыусы 17 ауыл араһында Тайҡаш ауылы абсолют еңеүсе була. Приз сифатында тайҡаштар 80 меңлек сертификат һәм һыу үткәргес селтәрен ремонтлауға 400 мең һум аҡса ала.
Икенсе урынды Артакүл һәм Байҡы-Юныс тораҡ пункттары бүлешә. Улар 25 меңлек сертификат һәм ауыл клубтарына ҡорамалдар һатып алыуға 250-шәр мең һум ала.
Өсөнсө урынды Яңы Йәнсәйет, Абдулла, Ҡортлокүл һәм Озерки тораҡ пункттары бүлешә. Улар 15 меңлек сертификат һәм ауыл клубтарын, тораҡ пункттарын үҫтереүгә 100 мең һумға лайыҡ була.
Дүртенсе урынды Магинск ауылы яулай. Ул 9 меңлек сертификат һәм ауыл күп функциялы клубы өсөн 50 мең һум менән бүләкләнә.
Конкурста Иҫке Бағазы, Муллаҡай, Ураҙай, Иҫке Аҡбүләк, Урғыш, Мерәсем тораҡ пункттары лайыҡлы һәм сағыу сығыш яһай. Уларҙың тырышлығы өс меңлек сертификаттар һәм ауыл клубтарын үҫтереүгә 50 мең аҡса менән баһалана. Шулай уҡ Йәнбәк ауылы өс меңлек сертификат һәм урам яҡтыртыуҙы модернизациялауға аҡса менән бүләкләнде.
"Ҡариҙел" гәзите мөхәррире Лилиә Бәҙретдинова муниципаль этапта ҡатнашыусылар араһында тамашасылар һөйөүе призына тауыш биреү конкурсына йомғаҡ яһай.
Бында урындар түбәндәгесә бүленә: өсөнсө урынды — Иҫке Аҡбүләк, икенсе урынды — Байҡы- Юныс, беренсе урынды Тайҡаш ауылы яулай. Шулай итеп, Тайҡаш ауылы халҡы абсолют чемпион була.
Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин «Айыҡ ауыл-2025» конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла — һаулыҡ һәм уңыштар, ә Тайҡаш ауылы халҡына республика кимәлендә уңышлы сығыш яһауҙарын теләй.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-65136711_8786