Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Ноябрь 2025, 11:10

“Финанс ярҙам булыуына шатбыҙ”

“Кесе Ватан мәҙәниәте”  проекты ярҙамында ауыл клубтарының матди-техник базаһын яҡшыртырға уйлайбыҙ”, — ти Балтас район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Зыязетдин ҡыҙы Шәисламова.

“Финанс ярҙам булыуына шатбыҙ”“Финанс ярҙам булыуына шатбыҙ”
“Финанс ярҙам булыуына шатбыҙ”

Башҡортостандың 20 районы 2026 йылда “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан ҡурсаҡ театрында уҙған проекттың йәмәғәт советының төбәк ултырышында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Билдәле булыуынса, алдағы йылда мәҙәниәт йорттарының матди  яғын яңыртыуға проект сиктәрендә федераль бюджеттан 70 534 миллион һум күләмендә финанс ярҙам ҡаралған, барлығы 82,7 миллион һум тәшкил итә. Конкурста еңеп, “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектында ҡатнашыусылар исемлегенә Балтас районы ла инде. Был конкурсҡа Башҡортостандың 49 муниципаль берәмегенән барлығы 49 ғариза бирелгән. Уларҙа мәҙәни-ял итеү тибындағы 134 учреждение күрһәтелгән, шуларҙың 15-енә — ағымдағы ремонтҡа, 130-ына матди-техник базаны нығытыуға аҡса кәрәк.

  • Бындай ҙур конкурста еңеүебеҙгә бик шатбыҙ. Алла бирһа, әлеге проект ярҙамында район Мәҙәниәт һарайына “Лада Ларгус” автомобиле алырға һәм ауыл клубтарының матди-техник базаһын яҡшыртырға уйлайбыҙ. “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проекты 2017 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул халыҡ һаны 50 меңгә тиклем булған торлаҡ пункттарҙа мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын үҫтереүгә һәм нығытыуға, уларҙың ижади эшмәкәрлегенә һәм техник йыһазланышына ярҙам итеүгә йүнәлдерелгән, — тип пландар менән уртаҡлашты район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Шәисламова.

БР-ҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, 2025 йылда “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамында Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы — “Газель NEXT” автобусы, Асҡын һәм Күгәрсен райондары — “Лада Ларгус” автомобиле, Бөрйән, Бәләбәй, Әбйәлил, Саҡмағош райондары светодиодлы экран һатып алған. Шулай уҡ ижад коллективтары өсөн сәхнә костюмдары, театр йыһаздары, офис техникаһы һәм уйын ҡоралдары яңыртылған.

Быйыл 1 декабрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты форумы уҙасаҡ, унда координаторҙар һәм йәмәғәт советтары рәйестәре ҡатнаша. Форумда республика тәжрибәһе өлгө булараҡ тәҡдим ителәсәк.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас