Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Ноябрь 2025, 09:40

Дәрестә яңы ҡорамалдар ҡулланалар

«Ошондай заманса ҡорамалдарҙы файҙаланыу уҡыусыларҙың практик оҫталығын формалаштырыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм балаларға өйрәнелгән теоретик материалды яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Ҡашҡа урта мәктәбе уҡытыусылары.

Дәрестә яңы ҡорамалдар  ҡулланаларДәрестә яңы ҡорамалдар  ҡулланалар
Дәрестә яңы ҡорамалдар ҡулланалар

Ҡашҡа урта  мәктәбендә «Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предметы буйынса кабинет йыһазландырылған. Ҡорамалдарҙы «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») буйынса һатып алына.

Әйткәндәй, районыбыҙҙың бер нисә мәктәбендә  матди-техник база яңыртылған.

Хәҙер «Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәрестәрендә Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты макеттары, ҡул гранаталары муляждары, һаҡланыу костюмдары, противогаз һәм респираторҙар файҙаланыла. Егеттәр өсөн технология кабинеттарында лазер менән ҡырҡыу станоктары, мөйөшлө шымартыу машиналары, верстактар ҡуйылған, ағасты яндырыу ҡорамалдары, ҡырҡҡыстар бар. Технология кабинеттарында ҡыҙҙар өсөн тегеү машиналары, манекендар, елемле пистолеттар, биҙәү таҡталары йыйылмаһы, аш-һыу әҙерләү комплекттары һәм башҡалар барлыҡҡа килгән.

«Ошондай заманса ҡорамалдарҙы файҙаланыу уҡыусыларҙың практик оҫталығын формалаштырыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм балаларға өйрәнелгән теоретик материалды яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Ҡашҡа урта мәктәбе уҡытыусылары.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас