

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында урынлашҡан Ҡортлокүл мәктәбендә мөһим ваҡиға булды – йәнә бер агрокласс асылды.
Уҡытыусыларҙың, атай-әсәйҙәрҙең һәм уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән етәкселәр һәм ауылдың ер хужалары ҡатнашты.
Өлкәндәрҙән уҡыусыларға әйтелгән теләктәр агрокласс эшмәкәрлегендә ҙур ярҙам булыр.
Мәктәп коллективына милли проекты тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.