

Раушания Хәбибулла ҡыҙы медицина өлкәһендә — 30 йыл, ә Төлгөзбаш ауылында 1997 йылдан бирле эшләй. Арбаш ауылында тыуған ҡыҙ Бөрө медицина колледжын тамамлаған.
"Эш етерлек, әлбиттә. Төлгөҙбаш ауылының 253 -тән ашыу кешеһе, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге 34 баланың һаулығы өсөн яуаплылыҡ миңә йөкмәтелгән», - ти Раушания Хәбибулла ҡыҙы.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктының яңы бинаһын асыу тантанаһына мәртәбле ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы килде. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Шакиров, Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Зилара Сафиуллина сәләмләне. Урындағы халыҡ исеменән ауылдың абруйлы кешеләре Йәрис Зәйдуллин һәм ауыл старостаһы Фидәрис Фәтхуллин сығыш яһаны.
Медицина өлкәһендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рушания Арысланова менән Ғәдилә Хәйҙәршина Асҡын район үҙәк дауаханаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы Динис Йосоповҡа, Илдар Шакировҡа һәм Йәрис Зәйдуллинға бирелде.
Һуңынан барыһы ла яңы ФАП-тың иркен, яҡты һәм йылы бүлмәһе эсенә инде. Баш табип Илдар Шакиров яңы ҡорамалдар һәм заманса мебель күрһәтте. Хәҙер бында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: мейесте һәм һыуҙы йылытырға кәрәкмәй, санузел да бар. Барыһы ла анализдар тапшырыу һәм диспансеризация, иҫкәртеү тикшереүҙәре үтеү өсөн йыһазландырылған.
Халыҡ биргән тәүге һорауҙарҙың береһе: "Ә иҫке ФАП бинаһы менән нимә булыр? Төлгөҙбаштар унда геройҙар иҫтәлегенә музей ойошторорға тәҡдим итә. Беҙ Төлгөҙбашты беләбеҙ — ике Геройҙың тыуған ере. Ауыл старостаһы Фидәрис Фәтхуллин, Йәрис Зәйдуллин һәм Динис Йосопов, Илдар Шакиров менән берлектә бинаны ҡараны һәм иҫке бинаны артабан файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Беҙ был шатлыҡлы ваҡиғаны оҙаҡ көттөк, хәҙер заманса һәм уңайлы пунктыбыҙ бар, унда квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡбыҙ, — тип ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе Йәрис Зәйдуллин.
— 2019 йылдан 2024 йылға тиклем "Һаулыҡты һаҡлау" милли проекты буйынса 608 модуль конструкция урынлаштырҙыҡ. 2025 йылға пландарҙа, яңы "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә, - тағы ла 134, шуларҙың 120-нән ашыуы төҙөлгән. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, элементар уңайлыҡтарһыҙ ағас биналар үткәндәрҙә ҡала. Уларға алмашҡа уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар килә, - тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең МАХ мессенджерында.
Сараны Илмира һәм Мансур Фазыловтар алып барҙы. Урындағы активистар ФАП асылыу уңайынан байрам табыны әҙерләгән. Сара күңелле сәй эсеү менән тамамланды.
Фәйрүзә Юнысова.
Автор фотолары.