Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Ноябрь 2025, 10:30

Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып

Асҡын үҙәк мәсетендә Мөнәжәт байрамы үтте

Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытыпРухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып

Был байрам районыбыҙҙа тәүге тапҡыр үткәрелеп, халыҡ араһында мосолман традицияларын популярлаштырыуға, халыҡ ижадын, мәҙәни мираҫын тергеҙеүгә, үҫтереүгә, уны йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгәйне. Фәһемле сара Упҡанкүл ауылынан районыбыҙҙа мөнәжәт әйтеү оҫтаһы булараҡ танылыу алған Зөлфиә Фәхрислам ҡыҙы Кәлимуллина инициативаһы менән ойошторолдо.

Байрамға Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Асҡын, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Солтанбәк ауылдарынан абыҫтайҙар килеп, рухлы, фәһемле итеп сығыш яһаны, мөнәжәттәр әйтте.

Ҡатнашыусыларҙы Ғабдулла хәҙрәт сәләмләп, Ҡөрьән сүрәләре уҡығандан һуң, барыһы ла бергәләп ил-көндәребеҙгә тыныслыҡ, именлек теләп доға ҡылды. Был фәһемле сараны ойошторооп алып барыусылар — Башҡортостан Мөслимәләр берлегенең Асҡын филиалы етәксеһе  Раушания Нурмөхәмәт ҡыҙы Әхмәҙишина һәм Асҡын ауылы мөслимәләр берлеге етәксеһе Зимфира Фәтихйән ҡыҙы Закирова мөнәжәт әйтеүҙең балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур тәрбиәүи ҡиммәткә эйә булыуын билдәләп, ошондай саралар үткәреүҙе районыбыҙҙа матур йолаға әйләндерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тәжрибәле абыҫтай Зөлфиә Кәлимуллина мөнәжәттең тәрбиәләү, өгөтләү, аңлатыу көсө, үҙенең Упҡанкүл ауылында, районыбыҙҙа үткәрелгән төрлө дини сараларҙа, Өфөлә “Ихлас” мәсетендә мөнәжәт әйтеү буйынса конкурста ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

Асҡындан йәш быуынға, ҡатын-ҡыҙҙарға  дини ғилем биреүҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ярҙам әҙерләүҙә ҙур эш алып барған, уларҙың әсәләренә рухи таяныс булған Хәлисә Нурулла ҡыҙы Ғәниәтованың да һәр һүҙе фәһемле булып, күңелдәргә үтеп инде.

Артабан олораҡ йәштәге ағинәйҙәр бала саҡтан әсәй-өләсәйҙәренән ишеткән, үҙҙәре яҙған мөнәжәттәрҙе көйләне, уларға эйәреп йәшерәк гүзәл заттар ҙа  тәүге тапҡыр әйтте. Рухлы ағинәйҙәрҙең мөнәжәттәрен тыңлағанда күңелдәр яҡтырып, тынысланып киткәндәй булды, уларҙың һәр һүҙе йөрәктең иң нескә ҡылдарын тибрәтте.

Тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, сара бер тында, йылы мөхиттә үтте, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте көслө булды.

Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булараҡ, быуаттар буйына быуындан-быуынға тапшырылып килгән мөнәжәт әйтеү районыбыҙҙа ла иман байрамы булып үткәрелеп, матур йолаға әйләнһен ине.

Илһөйәр Махатова.

Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы нығытып
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас