Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Ноябрь 2025, 05:06

Республика халҡын донъя боксы легендалары менән осрашыу көтә

Өфөгә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатына донъя боксы йондоҙҙары килә. 29 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башлана.

Республика халҡын донъя боксы легендалары менән осрашыу көтәРеспублика халҡын донъя боксы легендалары менән осрашыу көтә
Республика халҡын донъя боксы легендалары менән осрашыу көтә

29 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башлана. Турнир көндәрендә Өфөгә илебеҙ боксы легендалары, бокс буйынса донъя чемпиондары, Олимпия уйындары призерҙары һәм еңеүселәре Софья Очигава, Егор Мехонцев, билдәле спортсылар Саадат Далгатова, Светлана Андреева, Алексей Тищенко, Ирина Серебреникова, Эдуард Абзалимов һәм Әхмәтхан Адилов килә.

«Донъя боксы легендаларының Өфөгә килеүе — быуындар араһында сираттағы күпер төҙөү мөмкинлеге ул, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов. – Уларҙың өлгөһө спортсыларыбыҙҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыр тип ышанабыҙ».

Айырыуса медицина үҙәктәрендә балалар һәм госпиталдәрҙә МХО яугирҙәре менән осрашыуҙарға иғтибар бүленә. Спорт йондоҙҙары оҫталыҡ дәрестәре һәм автограф-сессиялар үткәрәсәк, еңеүҙәренең тарихы тураһында һөйләйәсәк.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-11-18/zhiteley-bashkirii-zhdet-vstrecha-s-legendami-mirovogo-boksa-4472162

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас