

Азалия, Әсхәт, Нурия, Алмаз, Малик. Бына уның тормош мәғәнәһе, биш таянысы, биш өмөтө, биш бәхете. Әлеге көндә балалар барыһы ла Ваныш-Алпауыт урта мәктәбендә уҡый. 10-сы класта белем алған Азалия менән 8-се класс уҡыусыһы Әсхәт күптән инде әсәләренең уң ҡулы. Үҙҙәренән кесе туғандарына булышыуҙан тыш, баҡса, ҡош-ҡорт, мал-тыуар кеүек йорт мәшәҡәттәрендә лә уларҙың ярҙамы ҙур. 6-сы һәм 5-се кластарҙа уҡыған Нурия менән Алмаз да инде күптән ҡул араһына ингән. 2-селә белем алған Малик та һис ялҡауҙар рәтендә түгел, ҡулынан килгәнсә ағай-апайҙарына булышырға ғына тора. Балалар әлеге көндә ил һағына баҫҡан атайҙарының ни тиклем ҙур бурыс үтәгәнен яҡшы аңлай. Шуға әсәйҙәренә өйҙәге эштәрҙе башҡарып та, эс серҙәрен тыңлап та, яҡшы уҡыуҙары, тәртипле булыуҙары менән дә ярҙам итә.
Эйе, балалар иҫән-һау булһа, әсә кешегә тағын ни кәрәк?! Өҫтәүенә, улар тураһында уҡытыусылары, ауылдаштары, таныш-белеше яҡшы һүҙҙәр генә әйтеп торһа. Лилиәнең балалары атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә торғандарҙан түгел.
—Атайҙары үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Әлбиттә, ауыр. Әммә уның был аҙымын беҙ ҡабул итергә, уға ярҙамлашырға тейешбеҙ. Шулай итәбеҙ ҙә. Теләгебеҙ бер — тормош иптәшем иҫән-имен генә ҡайтһын ине. Илдәр тыныс булһын бер үк. Ҡалғаны — донъя малы. Табыла торған нәмә. Беҙ бит, күп балалы ғаилә булараҡ, хөкүмәт тарафынан билдәләнгән ташламаларға, ярҙамға ла эйәбеҙ. Мәҫәлән, балаларға пособие түләнә. Икенсе балабыҙ тыуғас, әсә капиталын алдыҡ. Өсөнсө сабыйыбыҙ ғаиләгә ер участкаһы бүләк итте, — тип һөйләй Лилиә.
Сабирйәновтар баҡса тултырып йәшелсә, емеш үҫтерә. Ихаталарында ҡаҙы, өйрәге, тауығы күпләп аҫрала, үгеҙҙәре бар. Лилиәнең яратҡан шөғөлө лә ҡыҙыҡлы, һис кенә лә ҡатын-ҡыҙ эше тимәҫһең — бал ҡорттары менән мәш килә ул.
Мәҡәлә геройымдың был һүҙҙәре бер аҙ аптырата ла. Донъя мәшәҡәтенә сумған гүзәл зат, хәстәрлекле әсә, иренә иҫәнлек теләп көткән ҡатын. Бал ҡорттары менән мәш килеүен ялға иҫәпләй. Уңғандар ғына шулай эшләй алалыр ул.
Эйе, тырышлығы йөҙөнә сыҡҡан Лилиәнең. Сабыйҙарын да шулай тәрбиәләй ул. Ата-әсә өлгөһөндә балалар ҙа булдыҡлы булыр, иншаллаһ.
Венера Арысланова.
Фото ғаилә альбомынан.