

Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусы сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булараҡ район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Алина Закирова, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы яугир Линад Ғимазов, яңы ғына армиянан ҡайтыусы һалдат Линар Арсланов, контракт буйынса Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүсе һалдат Марсель Рәхимйәнов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре, тормош иптәштәре килде. Байрамда мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр штабы ағзалары, урындағы халыҡ ҡатнашты.
Матур йола буйынса ҡунаҡтарҙы Зөлфинә Сайфуллина етәкселегендә “Умырзая” фольклор коллективы сәк-сәк, шифалы сәйҙәр менән йырлап ҡаршы алды.
Байрам ауылдың социаль-мәҙәни үҙәге спорт залында үтте. Бында айыҡ тормошто пропагандалаусы, илһөйәрлекте, телһөйәрлекте, ауыл халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә берҙәмлеген сағылдырған, ауылдағы уңған, йүнсел ғаиләләрҙе данлаған, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса мәктәптә алып барылған эште күрһәткән бай күргәҙмә ойошторолғайны. Сараны алып барыусы Мәүзәлиә Хәсәнова ҡунаҡтарҙы күргәҙмә менән таныштырып, һәр ҡатнашыусы тураһында ентекле һөйләне.
41-се йыл урындағы халыҡтың сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер Ризида Суфиянова һаулыҡты нығытыуға һәм һаҡлауға, айыҡ тормошто пропагандалауға арналған бай күргәҙмә әҙерләгәйне.
Ауылдың уңған, эшлекле ғаиләләренең береһе, Сарс йылғаһы буйлап ағып төшөүҙе ойоштороп, “Хәләл” ял базаһы асҡан Ләйсән һәм Данис Суфияновтар үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе. Иң иҫтәлекле һәм үҙенсәлекле мәлдәрҙе сағылдырған фотокүргәҙмә әҙерләгәйне улар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр менән яугир Линад Ғимазов аралашып, улар эшләгән шәмдәрҙең, маскировка селтәрҙәренең, теккән кейемдәрҙең, бәйләгән башлыҡтарҙың, ойоҡбаштарҙың айырыуса ҙур ярҙам булыуын билдәләне һәм рәхмәт белдерҙе. Бар эшкә лә оҫта Линад эске кейем тегеүсе апайҙарға эйәреп тегеп тә ҡараны, туҡмас киҫеүсе ағинәйҙәргә эйәреп туҡмас та киҫеп ҡараны. Яугир яҡташыбыҙ ҡунаҡтар менән бергәләп маскиррвка селәтрен үреүҙә лә ҡатнашты.
Уҡыусыларҙың үҙ ҡулдары менән һалдаттарға яҙған хаттарын уҡып ишеттереүе тулҡынландырғыс мәл булды.
МХО-ла ҡатнашыусы ауылдаштар, яуҙа һәләк булған яугирҙар тураһында ауыл китапханаһында һәм мәктәптә бай мәғлүмәт тупланған. Был хаҡта китапханасы Дилбәр Маҙһарова һәм мәктәп директоры урынбаҫары Фәйрүзә Фаһаманова ентекле һөйләне. Махсус хәрби операцияла һәләк булған Фәрзәүи Рәхимйәновҡа бағышлап төҙөлгән альбомды ул яугирҙың тормош иптәше Фәридә Рәхимйәноваға иҫтәлеккә бүләк итте.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы Линад Ғимазов сығыш яһап, изе теләктәрен еткерҙе.
Сара барышында яугир әсәләренә, Ватан һаҡсыларына бағышланған йырҙар күңелдәрҙе рухландырҙы. Уларҙы Ралиф Муллаянов, Рәзинә Фәйзуллина, Зөлфинә Ғәлиуллина, Динислам Суфиянов, Гөлмәрйәм Садыҡова, Фәридә Шәрәфетдинова башҡарҙы.
Яҡынлашып килеүсе Әсә көнө уңайынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнзилә Суфиянова өләсәйҙәр Дилбәр Маҙһарова, Рәйсә Суфиянова, Елена Шәрәфетдинова, Сабира Ғилманшина менән күңелле бәйге ойошторҙо.
Сараны йомғаҡлап сығыш яһаусы Алина Шәрифғәли ҡыҙы һәм Лилиә Салауат ҡыҙы солтанбәктәрҙең айыҡ тормошто пропагандалаусы бик күп фәһемле сара үткәреүен һәм уларҙа йәш быуындың да даими ҡатнашыуын билдәләне. Ауыл халҡының яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Артабан да шулай әүҙем, рухлы, сәмле, берҙәм булырға өндәнеләр улар халыҡты һәм изге теләктәрен еткерҙе.Иң мөһиме, махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙарыбыҙ Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Илһөйәрлек менән һуғарылған сара бик йөкмәткеле, фәһемле булды һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.