Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь , 11:35

Ҡариҙелдәр оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште

 Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубында «Халҡым күңеле - хазина» тип аталған фольклор байрамы үтте. Сарала ижади коллективтар, йыр-моң яратыусы милләттәштәр, ғаиләләр ҡатнашты.

Ҡариҙелдәр оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште
Ҡариҙелдәр оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште

 

«Серҙәштәр» фольклор коллективы етәксеһе Зилә Рәхмәтова халыҡ ижадының, милли кейемдәрҙең үҙенсәлектәре менән  таныштырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова сәхнә серҙәре тураһында ентекләп һөйләне, ә китапхана хеҙмәткәрҙәре  баш кейемдәре әҙерләү технологияһы хаҡында  бәйән итеп,  эшләп күрһәтте.

Сара барышында ҡул оҫталары өсөн «Ҡариҙел альяпҡысы» исеме аҫтында йыл барышында апай-инәйҙәр үҙ өйҙәрендә, мәҙәниәт йорттарында әҙерләгән проекттары менән таныштырҙы, үҙҙәренең эштәрен тамашасы алдында яҡланы. Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Марат Бүләков.
Фотолар Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубы архивынан алынды.

Ҡариҙелдәр оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште
Ҡариҙелдәр оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: