Уҡытыусы — балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе оло йөрәкле кеше ул. Бар ғүмерен мәғарифҡа арнап, күптәргә маяҡ булып торған, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәфилә Кәлимулла ҡыҙы Ҡалмыҡова нәҡ шундай остаздарҙың береһе.
Рәфилә апай 1953 йылдың декабрендә матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡариҙел районы Абдулла ауылында Әнисә һәм Кәлимулла Саҙретдиновтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һала. Әсәһе ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай: Абдулла урта мәктәбендә башланғыс кластар һәм рус теле укытыусыһы булып эшләй. Бөтә мәктәп менән төрлө спектаклдәрҙә, концерттарҙа әүҙем ҡатнашалар. Атаһы тәүҙә урман хужалығында, һуңыраҡ мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләй. Рәфилә апай китаптар ҡосағында үҫә. Дүрт йәштә уҡырға өйрәнә, ә алты йәшендә инде үҙе китапханаға барып, китаптар һайлап ала башлай. Абдулла ауылы китапханаһы уға мөғжизәле, бай донъя булып тойола. Ғаиләлә кистәрен бергә йыйылып, китап уҡыу традицияға әйләнә.
Рәфилә апай бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Әсәһе эштән арып ҡайтып, өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эштәренән бушамаған ваҡыттарҙа уҡыусыларға дәрестә ҡулланыр күргәҙмә материалдар, төрлө карточкалар эшләргә ярҙам итә. Юғары класта уҡығанда иһә бер нисә тапҡыр әсәһе урынына уҡытырға инергә лә тура килә. Әнисә апай бындай эштәрҙе ҡыҙына ышанып тапшырыр була. Шуға күрә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, әсәһенең юлын дауам итеп, Мәсәғүт педагогия училищеһының башланғыс класс уҡытыусыһы йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Ҡариҙелдән дүрт ҡыҙ бергә уҡып, бергә йәшәп, яратҡан һөнәрен үҙләштерә.
Ҡулына диплом алғас, Рәфилә Кәлимулла ҡыҙы климат алмаштырып, һаулығын яҡшыртыр өсөн Тажикстанға юллана. Йәш уҡытыусы булыуға ҡарамаҫтан, Рәфилә Кәлимулла ҡыҙына 40 сәғәт рус теле дәресен ышанып тапшыралар. Яңы материалды бик тиҙ отоп алғанлыҡтан, рус теленән тыш, үҙ класында тажик телен дә уҡыта. Йыраҡ тауҙар илендә ҡалған хеҙмәттәштәре, уҡыусылары менән бөгөн дә аралашып, һөйләшеп тора ул. Нәҡ ошо осорҙа Рәфилә апай Ер шарының иң ҙур гидроэлектростанцияһын төҙөүҙә ҡатнашыусы Генадий Иванович менән таныша һәм кейәүгә сыға. 1982 йылда ҡыҙҙары Алена донъяға килә. Ул тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Күпмелер ваҡыт Өфөлә, һуңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Тыуған иленең яҡты киләсәгенә үҙенең өлөшөн индереү маҡсаты менән бына бер йыл инде махсус хәрби операцияла гражданлыҡ бурысын үтәй.
Кескәй саҡта ла һуғыш еле ҡағылып үтә үҫмер ҡыҙҙың тормошона. 1992 йылда Тажикстанда граждандар һуғышы башланғас, әсәһенең тыуған районына ҡайталар. Ҡыйғы районына күскәс, Рәфилә апай тарих һәм география уҡытыусыһы булып эшләй, һуңыраҡ башланғыс кластарҙы уҡыта. Алена ла ошонда мәктәпте тамамлай.
Һәр бер балаға төплө белем бирер өсөн, йыш ҡына мәктәптә эштән һуң ҡалып артта ҡалған уҡыусылар менән шөғөлләнергә тура килә Рәфилә Кәлимулла ҡыҙына. Алдынғы уҡытыу системаһы менән эшләү үҙ орлоҡтарын бирә. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап, юғары вазифаларҙа эшләүсе уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана ала. 37 йыл ярым ғүмерен балаларға бағышлағандан һуң хаҡлы ялға сығыу Рәфилә Кәлимулла ҡыҙына бик үк еңелдән булмай. Мәктәп, балалар һағындыра. Шуға күрә үҙ һөнәрен дауам итеп, репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, рус теленән кескәйҙәргә белем бирә. Тыуған яғына яҡыныраҡ саф һауалы Бөрө еренә күсеп килә.
Хаҡлы ялдағы Рәфилә апай сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, көндәрен әүҙем һәм һөҙөмтәле үтҡәрә. Тыуған яғының тауҙары, ҡуйы урмандары һоҡландыра уны. Йәй көндәрен тыуған ауылы Абдуллала үткәрә, төрлө дарыу үләндәре, еләк йыя. Ҡыштарын Бөрөлә скандинав йөрөүе ойоштора. Көн дә иртә менән тороп, Питер Кэлдерҙың «Йәшәреү серҙәре» китабы буйынса зарядка эшләй, ә кистәрен тарихи китаптар уҡыуға бағышлай. Күптәргә өлгө булырҙай бай тәжрибә туплаған Рәфилә Кәлимулла ҡыҙы йәштәргә үҙ юлын табып, яратҡан һөнәре буйынса эшләргә өндәй.
Аделина ШӘМСИЕВА.
Бөрө ҡалаһы.