Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь , 13:00

Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте

 "Айыҡ ауыл- 2025" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу  сиктәрендә Гөмбә ауылында  йомғаҡлау сараһы үтте.

Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте


Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсаты менән ойошторолған  саранан, күрше ауылдар ҙа ситтә ҡалманы. Әмир, Ҡашҡа, Билгеш ауылдары әүҙемселәре, ауыл биләмәһе  башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов, ауыл биләмәһенең Айыҡ ауыл конкурсындағы кураторы Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова  байрамдың мәртәбәле  ҡунаҡтары булды.
Һәр өҫтәл, һәр күргәҙмә  һөт ризыҡтарынан һығылып торҙо: ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла… «Ағы барҙың – туғы бар», тип бушҡа әйтмәйҙәр шул.
Һөт ризыҡтарынан торған милли аш-һыу күргәҙмәһенән тыш, ауыл клубы һандыҡтарҙа һаҡланып килгән ҡомартҡылар  — ҡулдан һуғылған балаҫтар, матур таҫтамалдар, сигеүле тышлы мендәрҙәр менән зауыҡлы биҙәлгәйне. Сара йыр-бейеү, оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп барҙы.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-217813057_9872

Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Гөмбәлә «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тигән байрам үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: