Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь , 20:55

Дәүләт имтихандарына ҡағылышлы үҙгәрештәр бар

Уларҙың яҡшығамы, юҡмы икәнен әлегә әйтеүе ҡыйын... Ә бына тарихтан мотлаҡ БДИ ҡасан индереләсәк? 

Дәүләт имтихандарына ҡағылышлы үҙгәрештәр бар
Дәүләт имтихандарына ҡағылышлы үҙгәрештәр бар

2026 йылдан дәүләт имтихандарын ойоштороу барышына етди генә үҙгәреш индерелә: Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандары 1 июндән дә иртәрәк башланмаясаҡ. Белеүебеҙсә, ошоға тиклем һынауҙар май айының һуңғы ун көнлөгөндә башланып, 1 июнгә тиклем бер нисә фәндән БДИ ла, ТДИ ла ойошторола торғайны.

Рособрнадзор белгестәре бындай ҡарарҙы ҡабул итеүҙең сәбәбен мәктәптәрҙең уҡыу йылы аҙағында көсөргәнешле эшләүе, Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үткәреү мәшәҡәттәре менән аңлатты.

Ә бына тарихтан мотлаҡ БДИ 2026 йылда ғына булмаясаҡ әле. Был хаҡта, йәғни гуманитар вуздарға уҡырға инергә теләүселәргә тарих фәненән мотлаҡ һынау  индереү хаҡында һүҙ күптән алып барыла. Роскомнадзор етәксеһе Анзор Музаев әйтеүенсә, был яңылыҡ 2027 йылдан индереү күҙаллана.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.  

Автор:
Читайте нас: