Документ хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары категорияларына ҡараған кешеләр исемлеген тулыландыра.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, МХО зонаһында территорияларҙы миналарҙан таҙартыуҙа ҡатнашҡан ҡотҡарыусы хәрби формированиелар хеҙмәткәрҙәрен хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫәбенә индереү тәҡдим ителә. Бындай эштәрҙе башҡарыу барышында ауыр яраланған, имгәнгән йәки ауырыуға дусар булған ҡотҡарыусылар хәрби хәрәкәттәр инвалидтары тип таныласаҡ.
Фото: автор фотоһы.