Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь , 21:25

Балалар йылмайыуы — иң мөһиме

Стоматолог Илья Байбулдин тештәрҙе ваҡытында дауаларға кәңәш итә.

Балалар йылмайыуы — иң мөһиме
Балалар йылмайыуы — иң мөһиме

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән 2019-2023 йылдар эсендә “Үргә ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса 110 мәктәп стоматология кабинеты асылды. 2024–2025 йылдарҙа дөйөм белем биреү учреждениеларында 24 кабинет яңыртылды.
Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларында 255 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 88-е – Өфө ҡалаһында. Бәхетлеләр араһында беҙҙең район үҙәге мәктәптәре лә бар. Стоматологик кабинет Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа — 2019 йылда, ә полилингваль күп профилле 2-се мәктәптә 2023 йылда асылды. Төбәк мәғариф учреждениеларында стоматологик кабинеттар асыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Күләмле проект уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлауға, балаларҙың ғына түгел уҡытыусыларҙың да тештәрен тикшереүгә, профилактик ҡарауҙар үткәреүгә йүнәлтелгән. Бөтә процедуралар ҙа балалар һәм уҡытыусылар өсөн бушлай. Ата-әсәләргә балаларҙы поликлиникаға яҙҙырырға кәрәкмәй, табип-стоматологтар уҡыусыларҙың тешен даими тикшереп тора, ә дауалау план тәртибендә бара. Был балаларға ла, ата-әсәләргә лә бик уңайлы, сөнки уҡыусылар мәктәптән сыҡмай ғына табипҡа мөрәжәғәт итә ала. Заманса стоматологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинет пациенттарҙы полилингваль күп профилле 2-се мәктәптә — дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә, ә Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа кесаҙна һәм йомала ҡабул итә. Кабинеттарҙа бөтә ҡорамалдар ҙа яңы, ҡуллана торған материалдар етерлек, таҙа һәм яҡты. Бирелә ҡатмарлы булмаған кариесты дауалайҙар, уҡыусыларҙың ауыҙ ҡыуышлығы торошон тикшерәләр, дөрөҫ гигиенаға өйрәтәләр.
Пациенттарҙы табип-стоматолог Илья Байбулдин һәм шәфҡәт туташы Кристина Аликаева ҡабул итә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, республикала бына икенсе йыл “Сәләмәт йылмайыу” проектын индергәнсегә тиклем мәктәптәрҙә асылған стоматология кабинеттарында яңыртыу эштәре башҡарыла. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республика аҡсалары иҫәбенә 16 кабинет ремонтланған һәм яңынан йыһазландырылған. 2025 йылдың 1 сентябренән ауыл мәктәптәрендә тағы ла һигеҙ яңыртылған кабинет эшләй башланы. Уларҙың барыһы ла яңы йыһаздар менән тәьмин ителгән һәм бер үк биҙәлештә.
Фекер...
Кристина Аликаева, шәфҡәт туташы:
— Беҙҙең республика мәктәп стоматологияһы хеҙмәте эшләгән төбәктәр араһында алдынғыларҙың береһе булып тора, — тип һөйләй Кристина Василевна. — Башҡортостан мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын һаҡлап ҡала алдыҡ, ә һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны ла артты. Быларҙың барыһы ла республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында тормошҡа ашырыла. Республикала балалар араһында кариес менән ауырыу юғары кимәлдә. Уҡыусыларҙы бәләкәйҙән стоматология кабинеттарына йөрөргә, сирҙе төпкә ебәрмәҫкә өйрәтәбеҙ.
Светлана Тоймырҙина.

Мишкә районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: