Районда үҙенең бай тарихы менән дан тотҡан ауылдар күп. Унда йәшәүсе халыҡ бөгөн дә ата-бабаларының яҙмышы, ҡаһарманлығы, ере, теле, иле өсөн көрәшкән батырҙары, ырыу-затын аяҡҡа баҫтырған көслө тамырҙары менән ғорурлана. Шундай ауылдарҙың береһе — Унлар ырыуына ҡараған йәмле Йүрүҙән буйында 1834-1836 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Абдулла ауылы.
1865 йылда 63 йортта 386 кеше йәшәгән. Улар игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре, шулай уҡ 1906 йылда тимер һуғыу, таҡта ярыу эштәре менән дә шөғөлләнгән. Мәсет, һыу тирмәне булған. Ауылдың тарихы бай. Шуға ла абдуллалар һәр саҡ берҙәм булып, йәнтөйәген тағы ла йәмләндерер өсөн тырыша. Улар быйыл дүртенсе тапҡыр «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә Абдулла ауылына сәйәхәт ҡылдым һәм ул мәҙәниәт йортонан башланды.
— Конкурс сиктәрендә 50-гә яҡын сара үткәрҙек. Тирә-яҡты төҙөкләндереү, мәҙәни һәм спорт байрамдарында ауылдаштарым әүҙем ҡатнаша. Ошо сараларҙы моңландырып тороусы «Миләш» һәм милли музыка ҡоралдары ансамблдәре ағзаларына оло рәхмәтемде еткерәм. Улар өмәләргә лә беренселәрҙән булып килә, – ти Миләүшә Нурлығаян ҡыҙы.
— Абдулла халҡы борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәй, — тип һүҙҙе дауам итте «Миләш» ансамбленең солисы Зинфира Ғарифуллина. — Һабантуй, Ҡаҙ өмәһе, Өй туйы, көмөш һәм алтын туйҙар, балаға исем ҡушыу, Орсоҡ байрамы, киленгә һыу юлын күрһәтеү һ.б. саралар ауылдаштарымдың ҡанына һеңгән.
Ауылда талантлы кешеләр байтаҡ. Гармунсылар Фәрит Сәйетов һәм Илдар Хәсәнбәков байрамдарҙа һәр саҡ түрҙә. Мине лә улар йырлап, ауыл көйҙәрен уйнап ҡаршы алды.
— Атай-олатайҙар беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һәм терәк булды, йыр-моңға һөйөү ҙә уларҙан килә. Эшләгән саҡта уйнарға ваҡыт та булманы инде, ә бына кистәрен гармунда һыҙҙыртып уйнап ебәрһәң, арыуҙарың бөтә, — ти Фәрит ағай.
— Ауылда бик татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ауылыбыҙҙан алты ир-егет ҡатнаша. Барыһы өсөн дә борсолабыҙ, — тип һөйләшеүҙе дауам итте Илдар Хәсәнбәков. — "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһы иғлан ителеү менән, йәштәре лә, ололары ла йылы кейем, тиҙ боҙолмай торған ризыҡ, сәй, ойоҡбаш-бирсәткә штабҡа килтерә. Ҡатын-ҡыҙҙар туҡмас киҫә, бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләре, атай-әсәйҙәре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Мәҙәниәт йорто эргәһендә быйыл Республика көнөндә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Унда 30 йылға яҡын ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған тәжрибәле фельдшер Ләйлә Сәйетғәлиева эшләй.
— Мин хеҙмәт юлымды ошо тыуған ауылымда башланым. Ул саҡта янымда кәңәш биреүсе остаздарым — Роза Бәҙретдинова менән Зилә Дауытова булды, — ти Ләйлә Өлфәт ҡыҙы. — Бөгөнгө тәжрибәм уларҙың оло һабағы, тип ҡабул итәм. Остаздарым хаҡлы ялда булһа ла минең эш урынына килеп, хәлемде белешеп, ауылдаштарҙың һаулығын һорашып тора. Заманса йыһазландырылған кабинеттар, аппараттар менән ҡыҙыҡһыналар.
Абдулла урамынан китеп барғанда өлгөлө Сәмиғуллиндар ғаиләһен осраттым. Вәкил олатай менән Фәниә инәй ҡулға-ҡул тотоношоп 60 йыл бергә йәшәй. 90-ды тултырып килеүсе был һоҡланғыс пар йүгереп йөрөп самауыр ҡуя, ҡоймағын да бешерә, ҡош-ҡортон да ҡарай, баҡсала еләк-емешен дә үҫтерә.
— Электән балта оҫталары, мейес һалыусылары менән дан тотҡан Абдулла ауылы, — ти Фәниә инәй. – Аллаға шөкөр, ошо йәшкә етеп, ауылыбыҙ тормошоноң бөтә мәжлестәрендә лә ҡатнашырға тырышабыҙ, йәштәр ойошторған сараларға ла барабыҙ.
— Хәләл ефетемдән уңдым, ғаиләнең ныҡлығы бер-береңде аңлап йәшәүҙә, яратыуҙа, хөрмәт итеүҙә, — ти Вәкил олатай. – Ауылыбыҙҙа йәш ғаиләләр булыуы, уларҙың күпләп балалар тәрбиәләүе беҙҙе ҡыуандыра. Сабый тауышы булған ерҙә тормоштоң йәме лә, халҡыбыҙҙың киләсәге лә бар. Йәштәргә теләк шул: татыу булһындар, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмаһындар, ситтә йәшәгәндәр йышыраҡ тыуған яҡтарына ҡайтһын.
Сәмиғуллиндар ғаиләһе менән хушлашҡандан һуң, юлымды артабан дауам иттем. Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова менән дә осрашып һөйләшергә насип булды. Ул урамда һыу торбаларын алмаштырыу буйынса барған эште күҙәтә ине.
— Ауылдың төп байлығы — уның тырыш, уңған кешеләре. Ауылдаштарымдың сәләмәт тормош алып барыуы менән ғорурланам. Халҡым айыҡ, аҡыллы, иманлы, күркәм донъя көтөргә ынтыла. Өҫтәп шуны ла әйтер инем, ауылды төҙөкләндерер өсөн төрлө дәүләт программаларында ла улар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса һыу торбалары алмаштырыла, зыярат тәртипкә килтерелде, балалар майҙансығы, шишмәләр төҙөкләндерелде. Конкурсҡа килгәндә, ике йыл республика этабына сығып, районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәттек, призлы урынға сыға алмаһаҡ та, төшөнкөлөккә бирелмәнек. Абдуллалар быйыл да ең һыҙғанып бәйгелә ҡатнаша! — тип ғорурланып ҡуйҙы ауылдаштары өсөн Рәйсә Солтанова.
Ысынлап та, Абдулла ауылының эшһөйәр халҡы, тарихы, ҡул оҫталары, эшҡыуарҙары тураһында бик күп яҙырға була. Мәҫәлән, ауылдаштары Рәсәй һауа флоты отличнигы, беренсе класлы пилот Рафаил Йәғәфәров, терапевт, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рәйсә Фазлыева, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров һәм башҡа күренекле шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана, уларҙы данлап һөйләй, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Ә ауылдың ҡото китмәһен өсөн абдуллалар уны үҙ итеп, үткәнен ҡәҙерләп, бөгөнгөһөн булдырып, киләсәген уйлап йәшәй.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.