Украинала махсус хәрби операция башланыу менән ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. "Каскадер" позывнойлы яугир ҙа шундайҙарҙан. Ул әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 23 йәшлек Линад Ғимазов (“Каскадер”) Солтанбәк ауылында үҫә. Урындағы мәктәптә туғыҙ класс белем ала. Уҡыу йылдарында үҙен тырыш, ярҙамсыл, яуаплы егет итеп күрһәтә. Мәктәптә үткән сараларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда Асҡын ауылындағы Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжына уҡырға инә. Ике йыл да ун ай белем алып, тракторсы-машинист белгеслеген ала.
Яугир 2021 йылдың ноябрендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына. Брянск өлкәһе Клинцы ҡалаһында урынлашҡан һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, 2022 йылдың ноябрендә Линад Солтанбәккә әсәһе һәм туғандары янына ҡайта. Ике йылға яҡын Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй.
2024 йылдың октябрендә үҙ теләге менән хәрби контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус хәрби операцияға юллана.
“Илебеҙгә хәүеф-хәтәр янағанда, ир-егеттәребеҙ яуға ингәндә, нисек тыныс ҡына өйҙә ятаһың? Армияла хеҙмәт иткән дуҫ егеттәрҙең дә контракт төҙөгәнен белгәс, ил тыныслығы, яҡты киләсәк өсөн, мин унда булырға тейешмен, тигән ҡарарға килдем”, — ти “Каскадер”.
Яҡташыбыҙ 1430-сы гвардия мотоуҡсылар полкына (Көньяҡ хәрби округының 58-се дөйөм ғәскәр армияһының 42-се дивизияһы Рәсәй Федерацияһы Ҡоро Ер ғәскәрҙәренең тактик формированиеһы) эләгә, артиллерия расчетында хеҙмәт итә. Тәүҙә — Запорожье өлкәһе Орехов йүнәлешендә, һуңынан Херсон йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәй.
“Беҙҙең полкты “Мәскәү полкы” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул 2022 йылдың октябрендә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең мобилизацияланған халҡынан ойошторола. 2024 йылдың 25 ғинуарында Рәсәй Президенты указы менән 1430-сы мотоуҡсылар полкына ҡораллы конфликттар шарттарында Ватанды һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, сыҙамлығы өсөн «гвардия» тигән маҡтаулы исем бирелә, — тип ғорурлыҡ менән һөйләне “Каскадер”. — Мин Мәскәү өлкәһенән мобилизацияланған ир-егеттәр менән хеҙмәт итәм. Төрлө милләт вәкилдәре бар, башлыса улар минән өлкәнерәк. Беҙ үҙ-ара дуҫ, татыубыҙ. Ғөмүмән, унда, фронтта, дуҫлыҡ, теләктәшлек, бер-берең өсөн хәстәрлек күреү көслө. Ғүмерең ҡурҡыныс аҫтында булғанда бигерәк тә тормоштоң, йәшәүҙең мәғәнәһен һәм ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың, ҡайнар аштың һәм таҙа эсер һыуҙың хаҡын һәм ҡәҙерен беләһең. Шуға беҙҙәге тыныс, мул, бай тормошта ҡәнәғәт булып, зарланмай, дуҫ-татыу йәшәргә һәм эшләргә кәрәк”.
Илһөйәр ир-егеттәр менән бергә ҡыйыу яҡташыбыҙ ҙа барыбыҙҙың тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла иле алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй.
Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Линад туғандары, дуҫтары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән осрашып, хәл белә. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Тыуған илебеҙ именлеген һаҡлаусы ир-егеттәрҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.
Бер нисә көндән райондашыбыҙ кирегә хәрби бурысын үтәргә юллана. Иң мөһиме, ил һаҡларға киткән егеттәребеҙ иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын.
Ватан һаҡсылары рәтен тулыландырырға теләүселәр Асҡын районы буйынса хәрби-иҫәп өҫтәленә Асҡын ауылы, М. Горький урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Телефон: 8(34771) 2-12-12.
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.