Ауылдың ил яҙмышына битараф булмаған хужабикәләре китапханала йыйылып, махсус хәрби операция яугирҙарына ебәреү өсөн туҡмас әҙерләне. Улар өй ашы һуғышсыларыбыҙға көс һәм рух ныҡлығы өҫтәһен өсөн үҙҙәренең хеҙмәттәренә бар күңел йылыһын һәм хөрмәтен һалды. Махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк улар яугирҙарыбыҙға ҙур ярҙам күрһәтә.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡамыр баҫа, ҡамыр йәйә, туҡмас киҫә һәм шул уҡ ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә сабырлыҡ һәм һаулыҡ, шулай уҡ тиҙерәк Еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Хәҙер инде яратып әҙерләнгән ризыҡ һуғышсыларға тыуған яҡтарын, атай йортон, әсәйҙәренең йылы ҡулдарын иҫкә төшөрөп, алғы һыҙыҡҡа китәсәк.
Венера Арысланова.