Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь , 13:40

Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”

Солтанай ауылында ғүмер кисереүсе Фәнзиә һәм Реваль Әхмәтйәновтарҙың татыу, тырыш, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған пар хаҡлы ялда ла тынғыһыҙ тормош менән йәшәй: йәмәғәт эштәрендә, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йәш быуынға фәһемле кәңәштәрен бирә.

Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”

Фәнзиә Әмерхан ҡыҙы йәштән үк спорт менән дуҫ. Уҡыған сағында ла, эшләгәндә лә район саңғы ярыштарында ҡатнашып, гел 1-се урындар яулай. Хаҡлы ялда ла ул спортҡа булған һөйөүен ташламай. Ҡыш буйына бер көн ҡалдырмай — сатлама һыуыҡмы, буранмы, 10 километрлап юл үтә. Ә йәйен йәйәү йәки велосипедта йөрөй. “Мин шул тиклем тәбиғәтте яратам, бигерәк тә ҡыш көнөн, саңғыла йөрөп, әйләнә-тирәбеҙҙәге гүзәллеккә һоҡланып, шатланып, йәнемә тыныслыҡ, рәхәтлек алам. Хәрәкәт итеү аяҡ-ҡулдар, йөрәк, ҡан тамырҙары өсөн дә, тотош организмға файҙалы бит. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙ ҡулында. Эш күп, ваҡыт юҡҡа һылтанырға ярамай. Ниәтләп башлап, бер алдыңа алһаң, ваҡыт та табыла, организм үҙе лә шуны талап итә башлай. Мин үҙем өйҙә ултыра торған кеше түгел, шуға саф һауала йөрөп ҡайтһам, күңел дә күтәрелә, йәшәү дәрте арта, сәләмәтлек тә нығый”, — тип һөйләй спортҡа ғашиҡ гүзәл зат.
Ике ҡыҙына һәм улына, ете ейән-ейәнсәренә хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй, Реваль Ғәтиәт улына һөйөклө тормош иптәше булған Фәнзиә Әмерхән ҡыҙы аш-һыуға, төрлө салаттар, тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләргә бик әүәҫ, йырларға, бейергә оҫта.

Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Йәй көнө уларҙың йорто ҡояштай балҡып, шау сәскәлә ултыра. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй уларҙың баҡсаһында! Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ химия һәм биология фәндәренән төплө белем биргән уҡытыусы эшләгән йылдарында ла балаларҙа хеҙмәт һөйөүсәнлек, матурлыҡ хисе тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Уның етәкселегендә мәктәп яны тәжрибә участкаһы гел алдынғылар рәтендә булды.
Күптән түгел Фәнзиә һәм Реваль Әхмәтйәновтарҙың тормош ҡороп йәшәй башлауына 50 йыл тулды. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылып, ҡәҙерле кешеләрен алтын туй менән тәбрикләне. Уңған, әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был парға йәштәргә матур өлгө күрһәтеп, балаларына терәк-таяныс булып, имен, тыныс тормошта шатланып ҡына йәшәргә яҙһын!
Илһөйәр Махатова.
Асҡын районы.

Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: