Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь , 19:30

Күберәк кеше эшле булһын!

Республикала ике кадр үҙәге асылды.    

Күберәк кеше эшле булһын!
Күберәк кеше эшле булһын!

 Хөкүмәт кәңәшмәһе башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин видеобәйләнеш тәртибендә Дыуан, Баҡалы райондарында “Рәсәй эше” модулле кадрҙар үҙәген асты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен комплекслы яңыртыу буйынса проекттың икенсе өлөшөндә ҡатнашты. Республикала эшләп килгән 69 кадрҙар үҙәгенең 51-е яңыртылған.

"Былтыр кадрҙар үҙәктәре яңыртылған 12 төбәк араһында тап Башҡортостан эшһеҙ сифатында иҫәптә тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу темпы буйынса алдынғы урынды биләй, — тине Дмитрий Платыгин. – Мәшғүллек хеҙмәтенең яңы урындарын асыпбеҙ шуның менән бөтә ил буйынса яңы һәм яңыртылған кадрҙар үҙәктәре селтәрен нығытабыҙ, үҫтерәбеҙ. Бөгөн кадрҙар үҙәктәре ниндәйҙер сәбәпле эшһеҙ ҡалғандарға ғына түгел, үҙ карьераһын, һөнәри үҫешен үҫтереүгә йүнәлтелгән һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Кадрҙар үҙәктәрендә эш биреүселәргә айырым иғтибар бирелә, шуның менән төбәк иҡтисады үҫешенә өлөш индерәләр”.

2025 йылдың аҙағына Рәсәйҙең 46 төбәгендә 1200 самаһы яңыртылған кадрҙар үҙәге асыласаҡ.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңыртылған кадрҙар үҙәге бинаны ремонтлау ғына түгел. Бында күрһәтелгән хеҙмәттәр спектры эш эҙләүҙә ярҙам итеүгә ҡарағанда күпкә киңәйә.

– Тәрәнерәк комплекслы эш алып барыла. Шуға күрә мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙгә уңыштар, именлек теләйбеҙ. Дыуан һәм Баҡалы райондарында "Рәсәй эше" модулле кадрҙар үҙәктәрен сафҡа индерергә рөхсәт итәм. Ә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына хеҙмәттәшлек өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәрен яңыртыу “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә мәшғүллек хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең төп сараларының береһе булып тора.

Фото: скриншот. 

Автор:
Читайте нас: