Быйыл конкурста ҡатнашыусы 17 ауыл үҙҙәренең эштәрен баһалама комиссия ағзаларына тәҡдим итте. Еңеүсе исеменә дәғүә итеүсе ауылдар урында ойошторолған йөкмәткеле сараларға, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙарға, спорт ярыштарына бай булды. Улар МХО-ға ярҙам итеү һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү акцияларында ла әүҙемлек күрһәтте. Ауыл активистары күп балалы ғаиләләр, имен булмаған ғаиләләр менән дә эштәрҙе әүҙеп алып барҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтәһе районда 500-гә яҡын төрлө йүнәлештә саралар ойошторолған һәм унда биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.