“2025 йыл — барыбыҙ өсөн дә үҙенсәлекле: Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын һәм Мишкә районының 95 йыллығын билдәләйбеҙ. Нәҡ быйылғы иҫтәлекле йылда Раевка халҡы олатайҙарҙың батырлығы тураһында мәңгелек иҫтәлек һәм быуындар араһында күпер итеп, был һәйкәлде төҙөнө, — тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова. — Йәштәребеҙгә, Раевка балаларына мөрәжәғәт итергә теләйем: Был һеҙҙең тарихығыҙ. Был һеҙҙең тамырҙарығыҙ. Был стелала тыныслыҡ, киләсәк, һеҙҙең бәхетле бала саҡ өсөн көрәшкән яугирҙар исеме уйып яҙылған. Был изге ерҙән уҙғанда, уларҙы иҫкә алып үтегеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп ошо хәтерҙе һаҡлайыҡ!”
Сығанаҡ: https://vk.com/wall181237579_479