Балтас районында йәшәгән Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндар ғаиләһен районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр.
Бөгөн уларҙың ғаиләһендә көтөп алған оло байрам – ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән улдары Айназ, изге бурысын үтәп, иҫән-һау тыуған яғына ҡайтты.
Ата-әсә, туғандары өсөн ошонан да ҙур шатлыҡ юҡ. Һалдатты улар күмәкләп ҡаршы алды. Ағаларын һағынып көткән кесе туғандары, үҙ ҡулдары менән махсус плакаттар яһап, хөрмәтләп ҡаршыларға булған. Яҡташыбыҙ армияға киткәнсе Өфөлә автотранспорт колледжын тамамлағайны. Ситтән тороп, Өфө дәүләт нефть университетында белем алған. Айназ Винер улы Псков ҡалаһы эргәһендәге һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән. 13 бала үҫкән ғаиләнең бәхетле мәлдәре, осрашыу шатлығы менән ҡотлайбыҙ, егеткә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Балтас таңдары” гәзите сайты.
Автор:Дина Арсланова