Мишкә ауылының полилингваль күп профилле 2-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыларының куст методик берекмәһе ултырышы үтте.
Был сара педагогтарҙы тәжрибә уртаҡлашыу һәм балаларға белем биреүҙә яңылыҡтар менән бүлешеү маҡсатында йыйҙы. Кәңәшмәлә мәғариф бүлегенең муниципаль методик хеҙмәте методисы Наталья Шаркаева ҡатнашты. Сарала уҡытыусыларға заманса мәғариф технологиялары ҡулланылып, математика, рус теле, әйләнә-тирәне өйрәнеү фәндәре буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтелде.
Бигерәк тә Айгөл Сәхәүетдинова тәҡдим иткән “Анимация полимәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү сараһы булараҡ” тигән оҫталыҡ дәресе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ педагогтар белем биреүҙә яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде.
Дәрестәр үткәрелеп бөткәс, уларға анализ эшләнеп йомғаҡ яһалды, уҡытыусылар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Куст методик берекмәһе етәксеһе Роза Латыпова сараны йомғаҡлап, кәңәшмәнең һөҙөмтәле үтеүен билдәләне, әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Светлана Тоймырҙина.