Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Ноябрь 2025, 11:35

Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө

Бөрөнән Билол Дәүләтов Дүртөйлө ҡалаһында үткән  дзюдо буйынса  республика турнирында алтын миҙал яуланы.

Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙөСпортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө
Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө

«Див-Рэй» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе 31 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Биш алыш та Билол өсөн еңеү менән тамамлана. Йәш спортсыға  кимоно бүләк ителә.

Шулай уҡ Елисей Букин ( 31 кг тиклем), Роман Хажиев ( 34 кг тиклем) һәм Тихон Иҡсанов (38 кг тиклем) яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.

Турнир Дүртөйлө ҡалаһында дзюдо һәм самбо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Борис Хәсәнов иҫтәлегенә арналды. Унда Бөрө, Белорет,  Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Ишембай, Баймаҡ, Шишмә спорт клубтарынан 200 спортсы ҡатнашты. Бөрө тренеры Илшат Дускаевты һәм йәш көрәшселәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Ғәлиә Ғәниева.

Фотолар Илшат Дусҡаев архивынан.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-37792189_135951

Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө
Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө
Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө
Спортсыларыбыҙ һөйөндөрҙө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас