Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Ноябрь 2025, 16:35

Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы үтә

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу сиктәрендә "Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән" тип исемләнгән Ҡоймаҡ байрамы бик йәнле һәм күңелле үтә.

Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтәСолтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы үтә

Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева  барыһын да сәләмләп,  байрамда ҡатнашыусыларға  изге теләктәрен еткерә.

Сарала ауылдың уңған хужабикәләре тарафынан ниндәй генә ҡоймаҡтар бешерелмәй: сөсөһө, әсеһе, ҡалыны, йоҡаһы, төҫлөһө, селтәрлеһе, ташҡабаҡтан, ҡарабойҙайҙан, эремек һәм ҡомалаҡ һыуынан, төрлө эслек һалып төрөлгәндәре – һанап бөткөһөҙ! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр кемдең үҙе генә белеп бешергән рецебы, сере бар һәм хужабикәләр улар менән ихлас бүлешә сара барышында.
Иң оло ҡатнашыусы —  Роза апай Рәхимйәноваға 77 йәш булһа, иң йәше Мәрйәм Насертдиноваға 10 йәш тулған.

Артабан күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәрендә уңған хужабикәләр — Гөлмәрйәм Садыҡова — заманса электр табаһында (уны урындағы хужабикәләр “иномарка” тип атап та өлгөргән), ә Зөлфинә Сайфуллина  ғәҙәттәге йоҡа табала ҡоймаҡ бешереп күрһәтә.

Байрам һуңында күмәкләшеп тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эсәләр.

Сара концерт номерҙары менән үрелеп барып, бик күңелле, йәмле һәм йәнле уҙа.

Бына шулай, айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәүсе солтанбәктәр матур йолаларҙы дауам итеп, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған рецептар һәм яңы заманса ысулдар менән ҡоймаҡ бешереп, йәштәргә оҫталыҡтары менән бүлешеп, тәжрибә уртаҡлашып, матур һәм фәһемле сара ойоштора.

Наилә Имаева.

Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы  үтә
Солтанбәктә Ҡоймаҡ байрамы үтә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас