Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь , 06:50

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән әсәнең йортона газ үтәсәк

Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән әсәй менән осрашты.

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән әсәнең йортона газ үтәсәк
Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән әсәнең йортона газ үтәсәк

11 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “тура бәйләнеш” барышында Белорет районының Боғанаҡ ауылынан ике улы һәм ейәне махсус хәрби операцияла булған Мөслихә Эшонҡолова шылтыратып, йортона газ үткәреүҙе һораны. Республика Башлығы Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа мәсьәләне шәхси контролгә алырға ҡушты.

Азат Хәкимов “тура бәйләнеш”тең икенсе көнөнә үк Боғанаҡ ауылында булып, Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән әсәй менән осрашты, хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.

– Боғанаҡ ауылынан Мөслиха Ишбулды ҡыҙы Эшонҡолованың Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәте буйынса мәсьәләне хәл итергә тотондоҡ. Кисә Белореттағы “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры Эдуард Ғүмәров менән Мөслиха Ишбулды ҡыҙы янына Боғанаҡҡа барҙыҡ, уның менән аралаштыҡ, бинаны ҡараныҡ. Бөгөн Мөслиха Ишбулды ҡыҙы “Газпром”ға документтар тултырырға килә. Әгәр барыһы ла яҡшы булһа, Яңы йылға тиклем йортҡа газ үткәрәсәкбеҙ. Был мәсьәләне контролдә тотам, – тип белдерҙе Азат Салауат улы.

Фото: Азат Хәкимовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: