Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Ноябрь 2025, 10:55

“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды

Бөрө районы Николаевка ауылы мәктәбендә “Рәсәй бөркөттәре” сафына алыу тантанаһы үтте.

“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды
“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды

 Был  сара балалар өсөн айырыуса мөһим, сөнки, унда ҡыҙ һәм малайҙарҙы күп яңы, танып белеү, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр көтә. Сөнки "бөркөт" булыу - ул хөрмәт кенә түгел, яуаплылыҡ та, ул һәр нәмәлә һәм һәр ваҡыт алда булыуҙы, үҙендә Ватанға һөйөү, эшһөйәрлек һәм белемгә ынтылыш, намыҫлылыҡ һәм юғарылыҡ, тыйнаҡлыҡ, дисциплиналылыҡ тәрбиәләүҙе аңлата.

Уҡыу йылы дауамында мәктәп уҡыусылары класс етәкселәре һәм директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе етәкселегендә «Рәсәй бөркөтө»исеменә лайыҡ булыр өсөн төрлө сараларҙа һәм акцияларҙа ҡатнашасаҡ.. 

 “Рәсәй бөркөттәре” сафына инеү өсөн Николаевка мәктәбенең 1-2 - се класс уҡыусылары тананалы мөхиттә ант бирҙе, күкрәктәренә значектар тағылды. Уларға ҡыйыу, үҙ иленең  патриоты булыу мөһим.

Сара Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә үтте.

Ғәлиә Ғәниева.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-150065392_54621

 

“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды
“Рәсәй бөркөттәре” сафы тулыланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас