Сәхнәнән тулҡынландырғыс һүҙҙәр, Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Һәр ижади номерҙа, тамаша залында илһөйәрлек хисе сағылыш тапты. БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Любовь Исадыкова шиғыр уҡығанда экрандан МХО-ның беренсе көнөнән үк яугирҙарыбыҙға ярҙам йөҙөнән үткәрелгән акцияларҙа, сараларҙа ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ, уларҙың эшмәкәрлеге күрһәтелде. Район китапханаһы фойеһында урынлашҡан оҫтаханала ғына 235 маскировкалау селтәре үрелгән. Сәхнәлә халыҡ уйын ҡоралдары халыҡ ансамбле, “Березка”, “Мишкан сем”, “Хазина” вокаль ансамблдәре, мари йыры халыҡ хоры, “Душа” һәм “Родные голоса” триоларының патриотик йырҙары алҡыштарға күмелде.
Концерт йылы мөхиттә үтеп, һәр сығыш күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Мәҙәниәт йорто фойеһында МХО-лағы яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу пункты ла ойошторолдо. Концерттан ингән аҡсалар менән бергә улар егеттәребеҙгә ебәреләсәк.
Светлана Тоймырҙина.