Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Ноябрь 2025, 09:15

Бар эшкә лә өлгөр Розалина

Студент йылдары китап уҡыу һәм дәрес әҙерләүҙән генә тора тип кем әйтер? Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы   башҡорт-инглиз бүлегенең 4-се курс студенты Розалина Хөпөтдинова был һүҙҙәр менән бәхәсләшергә әҙер. Тырышыып уҡыуы менән бергә ул студент  тормошонда  ла “ҡайнап” йәшәй.

Бар эшкә лә өлгөр РозалинаБар эшкә лә өлгөр Розалина
Бар эшкә лә өлгөр Розалина

Розалина Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылынан.  Һәр саҡ  ярҙам итергә әҙер ағалары һәм апайҙары булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Төплө белем алырға ярҙам итеп, күркәм тәрбиә биргән әсәһенә  бик рәхмәтле ул.

Тырыш ҡыҙ өлкән ағай һәм апайҙары белем алған Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы  филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетына уҡырға инә.  Розалина  телдәрҙе, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуын ошонда аңлай. Телһөйәр ҡыҙ  теорияға ғына түгел, практикаға ла иғтибар итә. Шуға күрә ҡатмарлы дисциплиналарҙы “бишле” билдәләренә уңышлы тапшыра.  Өфөлә үткән «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант» мәғариф акцияһында ла  ҡатнаш Розалина Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге стипендияға лайыҡ  булыуы менән айырыуса  ғорурлана.

 Уҡыуы  ауыр булыуға ҡарамаҫтан,  яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба. Ул художестволы әҫәрҙәр, бигерәк тә хәҙерге заман әҙәбиәтен уҡырға ярата. Бынан тыш, волейбол менән шөғөлләнә,  бейергә ярата.  

Розалина – әүҙем студенттар берләшмәһе ағазаһы. Унда тәжрибә, идеялар менән уртаҡлаша, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә.

 «Дөрөҫ итеп планлаштырыу миңә ярҙам итә. Мин өҫтөнлөктәрҙе алдан бүләм, мөһим эштәрҙе кисектермәйем һәм ял итеүгә ваҡыт ҡалдырырға тырышам», — тип бар эшкә лә өлгөрөүе хаҡына һөйләне ул.

Студент тормошонда әүҙем ҡатнашыуы Розалинаға бик оҡшай, сөнки уға уҡыу ваҡыты мәғлүмәтте анализлау, аргументлы сығыш яһау, тәнҡитле фекерләү һәм команда эше күнекмәләрен үҫтерә алырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш ҡыҙ коммуникатив һәләттәрен яҡшыртырға, ваҡытын планлаштырырға һәм өҫтөнлөктәр ҡуйырға өйрәнә.

Уның тормошонда артабан да уңыштар һәм һәр ваҡыт маҡсаттарына һәм хыялдарына ирешеүен теләйбеҙ!

Гөлдәр ШИҺАПОВА.

Бөрө ҡалаһы.

 

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас