Ололар, балалар бергә ауыл уртаһында урынлашҡан спорт майҙансығына йыйылып, ике командаға бүленеп, етеҙлекте, сослоҡто һынаған төрлө хәрәкәтле спорт уйындарында һәм ярыштарында ҡатнаша. Заманса тренажерҙарҙа шөғөлләнеп, кәс-дәрт алалар.
“Саф һауала үткәрелгән бындай байрамдар бигерәк тә файҙалы. Беренсенән, бындай саралар балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе берләштерә, үҙ-ара аңлашыуҙы нығыта, икенсенән, сәләмәтлеккә ҙур ыңғай йоғонто яһай. Ябай ғына уйындар һәм ярыштар аша ла балаларҙың иғтибарын, хәтерен, ихтияр көсөн тәрбиәләргә һәм һаулыҡтарын нығытып, уларҙы насар ғәҙәттәрҙән арындырырға була.
Сараға килгәндәр мауыҡтырғыс уйындарҙа, ярыштарҙа ихласлыҡ менән ҡатнашып, саф һауала туйғансы уйнап, өйҙәренә ыңғай тәьҫораттар алып, айыҡ, сәләмәт тормошҡа тағы ла бер аҙым яһап, яҡшы кәйеф менән таралышты”, — тип хәбәр итте мәктәп директоры урынбаҫары Фәйрүзә Фаһаманова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Солтанбәк ауылы “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 2-се урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Нәҡ ошо аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина өҫлөк йәйелгән, хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән, баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө. Хәҙер ул солтанбәктәрҙең сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырып торған яратҡан урынына әйләнде.
Наилә Имаева.